Йәмғиәт
17 Сентябрь 2022, 16:30

Төрлө хәлдәргә әҙер булырға кәрәк

Башҡортостанда иҡтисад, хеҙмәт баҙары, социаль өлкәләрендә хәл тотороҡло.

Төрлө хәлдәргә әҙер булырға кәрәкТөрлө хәлдәргә әҙер булырға кәрәк
Төрлө хәлдәргә әҙер булырға кәрәк

17 сентябрҙә Шишмә районында Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров Хөкүмәт ағзалары, ҡала-район етәкселәре менән берлектә семинар-кәңәшмә үткәрҙе. Төбәк етәксеһе яҡын киләсәккә муниципалитеттарҙың үҫеше буйынса төп бурыстарҙы билдәләне.

“Беҙ бергәләп ил һәм республика алдына ҡуйылған глобаль ваҡиғалар менән бәйле еңел булмаған осорҙа эшләйбеҙ. Башҡортостанда иҡтисад, хеҙмәт баҙары, социаль өлкәләрендә хәл тотороҡло. Шуға ҡарамаҫтан, бөгөнгө ысынбарлыҡты объектив баһалап, төрлө хәлдәргә әҙер булыр кәрәк. Муниципалитеттар өсөн стратегик яҡтан мөһим булған предприятиеларҙың эшмәкәрлеген иғтибарҙан ысҡындырмағыҙ. Республика килеп сыҡҡан мәсьәләләрҙе хәл итергә әҙер”, – тип билдәләне Радий Хәбиров.

Республика Башлығы Башҡортостанда һайлау циклына әҙерлек башланыуын билдәләне.

“Киләһе йылда Дәүләт Йыйылышы - Ҡоролтай депутаттарын һайлаясаҡбыҙ. Беҙҙең депутаттар һөҙөмтәле эшләй. Парламент рәйесе Константин Толкачевҡа эште яҡшы ойошторғаны өсөн ҙур рәхмәт”, - тине ул.

2024 йылда Өфөнөң 450 йыллығы уҙғарыласаҡ. Юбилей федераль статус алды. Байрам сараларына ҡалала социаль объекттар, йәмәғәт киңлектәре, инженер-транспорт инфраструктуралары төҙөләсәк һәм яңыртыласаҡ.

Башлыҡ төбәктең 2030 йылға тиклемге стратегик үҫешен төҙөүҙе башларға кәрәклеген билдәләне.

“Беҙ бөтә социаль программаларҙы һәм бурыстарҙы тормошҡа ашырыуҙы дауам итәбеҙ. Урындарҙа эшмәкәрлектең һөҙөмтәле булыуын тәьмин итеү өсөн ниндәй йүнәлештәргә иғтибарҙы күберәк бүлер кәрәк – ошо юҫыҡта һеҙҙән тәҡдимдәр көтәм”, - тине ул.

Радий Хәбиров ҡала һәм район башлыҡтарына эштәрендә уңыштар теләне.

Сығанаҡ һәм фото: https://glavarb.ru/rus/press_serv/novosti/157706.html

Автор:Римма Султанова
Читайте нас