Йәмғиәт
19 Сентябрь 2022, 10:30

Белемле кеше алданмаясаҡ

Конкурста 18 йәше тулғандар һәм унан өлкәндәр ҡатнаша ала.

Белемле кеше алданмаясаҡБелемле кеше алданмаясаҡ
Белемле кеше алданмаясаҡ

“Лига лекторов” проектының өсөнсө этабында ҡатнашырға теләүселәрҙән ғаризалар ҡабул ителә башланы. Шул иғтибарға лайыҡ, был конкурста 18 йәше тулғандар һәм унан өлкәндәр ҙур аудиторияла сығыш яһап, үҙенең талантын күрһәтә ала.

Ғаризалар 25 сентябргә хәтлем htts://www.znanierussia.ru/.liqalektorov сайтында ҡабул ителә. “Лига лекторов”тың тәүге этабында илебеҙҙең 80 төбәгенән һәм 350 ҡалаһынан 2553 заявка ҡабул ителгән, ә икенсеһендә - унан да күберәк.

Конкурсанттар араһында яҡташтарыбыҙ ҙа бар. Шуларҙың береһе – Таһир Кәбиров менән һөйләштек.

– Минең өсөн был шикле мәғлүмәттәр араһында океандағы таҙа бер йотом белем, – ти Мифтахетдин Аҡмулла исемендәге Башҡорт дәүләт педагогия университеты педагогы, биология фәндәре кандидаты Таһир Кәбиров.

Таһир Кәбиров әйтеүенсә, белемле кеше төрлө йондоҙнамәләрҙе тыңлап ваҡытын әрәм итмәйәсәк, аҡсаһын гомеопатияға һалмаясаҡ, ялған ғилми теориялар ҡорбаны булмаясаҡ.

Конкурстың финалы 2023 йылдың апрель аҙаҡтарында Мәскәү ҡалаһында үтәсәк.

Фото: Таһир Кәбиров.

Автор:Илдар Акьюлов
Читайте нас