

Сәләхтәр, ысынлап та, был кампанияны бик дәррәү һәм дәртле алып барҙы. Зөлфирә Таһирова был турала көлөп иҫкә алған:
"Беҙҙең "Айыҡ ауыл-2021" конкурсында ҡатнашҡанды Африкала ла белгәндәрҙер ул... Ни өсөн тигәндә, анау бер "Айыҡ ауыл" тигән плакатыбыҙҙы тотоп, сумкабыҙҙы йөкмәп, моҡсайыбыҙҙы аҫып, өй бите күрмәй, ҡайҙа ғына барманыҡ, ниҙәр генә күрмәнек.
Хатта бер абзый:
- Телевизор ҡуйһам, сәләхтәрҙе күрһәтә, радио ҡабыҙһам, сәләхтәр һөйләй, интернет Сәләх менән тулған, ниндәй баҫманы ҡулға алһаң да, шат йылмайып сәләхтәр тора, хәҙер мин үтекте ҡабыҙырға ҡурҡа башланым - унан да сәләхтәр һөйләп торор һымаҡ, - ти икән
.
Шулай лаҡапҡа ла ҡалып бөттөк. Үҙ-ара ла ҡыҙыҡтар күп булды
.
Бер шулай йыйынып Баймаҡ районының Аҡморон ауылында урынлашҡан ҡарттар йортона киттек. Ололарҙы ҡыуандырып, концерт ҡуйып ҡайтырға иҫәп.
Иҫке Яңы йыл байрамын бик матур итеп үткәрҙек. Бешеренеп барҙыҡ, өҫтәл әҙерләнек, күстәнәстәр, бүләктәр тараттыҡ. Бейенек, уйнаныҡ, йырланыҡ. Ололар сабый кеүек ҡыуанып, рәхмәттәр әйтеп, тағы килегеҙ, тип саҡырып, күҙ йәштәре менән оҙатып тороп ҡалды.
Беҙ концерт ҡуйып йөрөп асыҡтыҡ, өшөнөк. Юлда туҡтап, үҙебеҙ менән алған ризыҡтан табын йәйҙек. Автобус эсе гөж килеп тора. Бер ағайыбыҙ ҡаҙы бешереп алған. Йыуан, итле генә ҡаҙы инде. Уны килеп матур итеп телә башланылар. Ауыҙҙан һыуҙар ағыҙып, беҙ инде икмәк тотоп алып, ашарға әҙерләнеп ултырабыҙ.
Ҡаҙыны өләшеп сыҡтылар, беҙ ауыҙ һыуыбыҙ ҡойолоп ах та ух киләбеҙ. Йәнәһе, ҡалай шәп! Асыҡтырған. Килеп-килеп икмәккә ҡушып тороп оҙатылды баяғыны.
Бөтәһе лә ҡаҙы ашау менән мәшғүл. Мин аңлап етеңкерәмәнем. Эй сәйнәйем, эй сәйнәйем, ҡаҙынан алда икмәк әллә ҡасан ебеп төшөп китте, был ҡаҙы бирешерлек түгел
.
Ауыҙҙан кире сығарып ултырып булмай, алан-йолан ҡарандым да, ултырғыс араһына туңҡая биреп, баяғыны ҡалайтҡанда ла йоторға булдым, арыуыраҡ тын алғайным, аш юлы буйлап "ғоңҡ" итеп төшөп китте. Эстән генә "һе-е-е" тинем дә башҡаларҙы күҙәтәм.
Артта ултырған еңгәм дә өндәшмәй-нитмәй генә еппәргән шикелле, күҙе түп-түңәрәк булып аптырап ултыра. Уртала баҫып торған апай, ҡашын төйөп алып, ситырайып китеп ҡаҙыны тартҡылай. Тартҡылай торғас, аптырап, башҡаларға әйләнеп ҡараны ла:
- Был ҡаҙы сей түгелме ул? - тип һораны.
Мин ҡаҙыны әллә ҡасан уҡ тәғәйен еренә оҙатһам да:
- Әллә... мин ашаманым әле, - тинем. Ауыҙы иҫ белмәй икән, мәскәй, тип уйлап ҡуймаһындар тип уңайһыҙландым инде.
Башҡалар ҙа:
- Эйе шул, сей түгелме ул, бешмәгән дә инде, - тип сыуылдаша башланылар.
Ҡаҙының хужаһы аптырап китте:
- Бешерҙемсе...
- Юҡсы, бешмәгән!
- Бешмәгән шул...
Өндәшмәй генә сей ҡаҙыны йолҡҡолап маташҡан һәр кем терелеп киткәндәй булды:
-Ы-ы-ы, бешмәгән...
Баҡтиһәң, ағайыбыҙ ҡаҙыны бешереүен бешергән ул, туңдырам тип һыуытҡысҡа тыҡҡан да, ҡабаланып йыйынып йөрөп, янында ятҡан бешмәгәнен һалып алған
.
Беҙ концерт ҡуйғансы ҡаҙы имшегән, ҡәҙемге матур итеп теленә шул. Хәл аңлашылғас, илағансы әйҙә көлдөк, әйҙә көлдөк
.
Шулай бына... "Айыҡ ауыл" конкурсында еңеү яулайбыҙ тип, беҙ ни сей ҡаҙы ла сәйнәгән кешеләр ул..."
Афарин, сәләхтәр! Эшкә лә шәпһегеҙ, дәртегеҙ ҙә ташып тора, уйын-көлкөгә лә бай икәнһегеҙ. Сей ҡаҙы ашағандар бер ҙә бирешеп тормаҫ шул! 
Фото: Зөлфирә Таһирова сәхифәһенән.