Йәмғиәт
19 Сентября 2022, 08:00

“Роспотребнадзор”ға – бер быуат!

"Беҙҙе, бәлки, ҡайһы берҙә яратмайҙар һәм аңламайҙарҙыр ҙа. Әммә яйға һалынған берлектәге эш республикалағы тотороҡлоҡҡа килтерә", – тип билдәләне Анна Казак.

“Роспотребнадзор”ға – бер быуат!“Роспотребнадзор”ға – бер быуат!
“Роспотребнадзор”ға – бер быуат!

Бөгөн Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров Республикаға идара итеү үҙәгендә ойошторолған Хөкүмәттең аҙналыҡ оператив кәңәшмәһе башында ҡулланыусылар хоҡуғын яҡлау һәм кеше именлеге өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәт (Роспотребнадзор) коллективын 100 йыллыҡ юбилейы менән ҡотланы, уларҙың эшенең мөһимлеген билдәләне һәм һөнәргә тоғролоҡтары өсөн хеҙмәткәрҙәргә рәхмәт белдерҙе.

“Роспотребнадзор хеҙмәткәрҙәренә ҡаһарманлыҡтары, бик сифатлы эшләгәндәре өсөн рәхмәт, пандемия ваҡытында ҡатмарлы юлды бергә-бергә үттек. Иң изге теләктәр, уңыштар теләйем, бергәләп беҙ теләһә ниндәй һынауҙарҙы үтеп сығырбыҙ”, – тине Радий Хәбиров.

Төбәк Башлығы Роспотребнадзорҙың Башҡортостан буйынса идаралығының иң яҡшы хеҙмәткәрҙәренә республиканың дәүләт наградаларын тапшырҙы. Республика идаралығы начальнигы Анна Казак Салауат Юлаев орденына лайыҡ булды.

– Хеҙмәтебеҙ ошо 100 йыл эсендә ҡатмарлы үҫеш юлын үтте. Беҙҙе, бәлки, ҡайһы берҙә яратмайҙар һәм аңламайҙарҙыр ҙа. Әммә яйға һалынған берлектәге эш республикалағы тотороҡлоҡҡа килтерә, – тип билдәләне Анна Казак.

Фото: yandex.ru

Автор:Альфия Мингалиева
Читайте нас