

Башҡортостан Хөкүмәте хәбәр итеүенсә, быйыл Башҡортостан Республикаһының ауыл хужалығы тармағына ташламалы кредитлау өсөн Рәсәй Ауыл хужалығы министрлығы 1 миллиард 176 миллион һумлыҡ субсидия лимитын билдәләне, был 2021 йыл менән сағыштырғанда 3,3 тапҡырға күберәк.
— Бөгөнгө көнгә ҡарата республиканың ауыл хужалығы тармағында эшләүселәр 19,6 миллиард һумлыҡ ташламалы, ҡыҫҡа мөҙҙәтле кредит алыуға 608 ғаризаны хупланы. Тағы 268 миллион һумдан ашыу аҡса бар. Күптән түгел илдә төп ставка күләме кәмегәнгә күрә, субсидияның өҫтәмә лимиттарын сығарыу көтөлә. Был ауыл хужалығы ойошмаларына аҡса менән иркенерәк файҙаланырға һәм хаҡы түбән төшкән уңышты һатырға ашыҡмаҫҡа мөмкинлек бирәсәк, - тип билдәләне Башҡортостан Хөкүмәте премьер-министры урынбаҫары Илшат Фәзрахманов.
Ташламалы кредитлау программаһы ауыл хужалығы ойошмаларына 1 проценттан 5 процентҡа тиклем кәметелгән ставка менән алыуҙы күҙ уңында тота, ә уны дәүләттән компенсациялауға субсидия туранан-тура банктарға ебәреләсәк.
Фото һәм сығанаҡ: Башҡортостан Хөкүмәте сайты.