

Был көндө Ишембай районының Байғужа ауылында иртә менән тантаналы саралар гөрләп торҙо. Көндөң тәүге яртыһында Бөйөк Ватан һуғышы йылдарындағы тыл хеҙмәтсәндәренә, Афғанстан һәм Төньяҡ Кавказ һуғышында ҡатнашыусыларға һәйкәлдәр асылды.
Әйтергә кәрәк, ауыл үҙәгендә урынлашҡан Еңеү паркында Бөйөк Ватан һуғышы яугирҙәренә арналған һәйкәл бар ине. Байғужа ауыл биләмәһе хакимиәте башлығы Салауат Йосопов әйтеүенсә, тылда үҙен аямай хеҙмәт иткән ауылдаштарын ҙурлап һәйкәл ҡуйыу ҙа байғужаларҙың күптәнге ниәте була. Хакимиәт, йәмәғәт ойошмалары, ауыл халҡы тырышлығы менән маҡсат тормошҡа ашырылды. Һәйкәл асыу тантанаһында Ишембай муниципаль районы хакимиәтенең социаль сәйәсәт бүлеге начальнигы Роберт Ибәтуллин батырҙарыбыҙ иҫтәлегенә хөрмәт күрһәтеү йолаһын дауам итеүҙәрен билдәләне һәм ошо эшкә башланғыс һалыусыларға рәхмәт белдерҙе.
Оло быуын менән йәштәрҙең ҡулға-ҡул тотоношоп эшләүе хуплауға лайыҡ. Шул ваҡытта тарих та, атай-олатайҙар батырлығы ла онотолмай. Байғужала ла әлеге күренеш сағыла.
– Был – йәш быуынды илһөйәрлек рухында тәрбиәләүҙең бер сараһы. Электән атай-олатайҙарыбыҙ ҙур яуҙарҙа йөрөгән. Мәҫәлән, 1812 йылғы Ватан һуғышында Кинйәбулат ауылынан – 17 кеше, Байғужанан 14 кеше ҡатнашҡан. Бөйөк Ватан һуғышы йылдарында Байғужа ауыл Советы биләмәһенән 549 кеше фронтҡа китә, шуларҙың 287-һе яу яландарында ҡала. Ауыл Советынан сыҡҡан ике Советтар Союзы Геройы – Тимербулат Халиҡов менән Ғәли Бирҙин, ике Дан ордены кавалеры Камалетдин Шәрәфетдинов – беҙҙең өсөн ҡаһарманлыҡ өлгөһө. Һуңғараҡ локаль бәрелештәрҙә ҡатнашып, һалдат бурысын намыҫ менән үтәгән егеттәребеҙҙең дә батырлығын оноторға тейеш түгелбеҙ, – тине урындағы ветерандар советы рәйесе Юнир Тимербулатов.
Афғанстан ветерандары союзының Ишембай территориаль бүлеге рәйесе Илдус Хөббөтдинов үҙенең сығышында киләсәктә был урындан йәштәрҙең өҙөлмәҫенә, яңы өйләнешкән парҙар килеп сәскәләр һалырына ышанысын белдерҙе. Һәйкәлде эшләү сараларында башынан алып аҙағынаса уртаһында йөрөгән, һалдат бурысын Афғанстанда үтәгән яугир-интернационалист – Байғужа егете Булат Баһауетдинов та эштең һөҙөмтәһенә ҡыуанысын йәшермәне.
– Был ҙур эште башҡарып сығыуҙа Афғанстанда, Чечняла хеҙмәт иткән егеттәр дәррәү ҡатнашты, ауылыбыҙ ағинәйҙәре әүҙемлек күрһәтте. Барыһына ла ҙур рәхмәт, – тине ул.
Һәйкәлдәр үткәндәр тураһында бөгөнгөләрҙең хәтеренә төшөрә. Тыл хеҙмәтсәндәренең ҡаһарманлығын мәңгеләштереүгә һөйөнөп, ололарҙың күҙҙәре йәшләнде.
– Бындай һәйкәлдәр үлгәндәр өсөн түгел, тереләр, киләсәк быуын өсөн кәрәк. Бөйөк Ватан һуғышы йылдарында күпме аҫыл ир-егет һәләк булған, тылдағылар еңеүҙе яҡынайтыу өсөн үҙен аямай эшләгән. Бөгөнгө сара аша уларға рәхмәт белдерәбеҙ. Күңелдә шул тиклем ҙур ҡәнәғәтләнеү хисе, сөнки ағинәйҙәр ҙә изге эш өсөн ҙур көс һалды, –тине ветеран уҡытыусы, ауыл ағинәйе Сәбилә Ҡорбанғәлиева.
Ауылдаштарҙы, ошонда тыуып-үҫеп төрлө яҡҡа таралышҡан яҡташтарҙы тағы ла бер мөһим ваҡиға тупланы. Ауыл мәҙәниәт йортонда Байғужа мәктәбенең 150 йыллығына арналған сара зал тулы халыҡты йыйҙы. Бында бер быуат ярымлыҡ тарихҡа байҡау яһалды.
Төрлө осорҙа мәктәпкә етәкселек иткән директорҙар тураһында ла әйтелде. 1957–1976 йылдарҙа Байғужа мәктәбен Бөйөк Ватан һуғышы яугире Наил Әхмәт улы Солтанов етәкләй. Ул мәлдә Байғужа һигеҙ йыллыҡ мәктәбе районда иң өлгөлө мәктәптәрҙең береһе була. Мәктәптең ағас бинаһы ла, ҡыҙыл кирбестән һалынғаны ла уның ныҡышмалылығы менән төҙөлә. Тирә-яҡтағы ауыл уҡыусылары өсөн 1961 йылда мәктәп эргәһендә ятаҡ асыла.
Байрамда Байғужа мәктәбенән сыҡҡан күренекле шәхестәр ҙә телгә алынды. Улар – Советтар Союзы Геройы Ғәли Бирҙин, профессор, философия фәндәре докторы Баязит Ғәлимов, билдәле шағир Риф Мифтахов, Башҡортостандың халыҡ, Рәсәйҙең атҡаҙанған артисы Суфия Ҡорбанғәлиева һәм башҡа бик күптәр.
Райондың мәғариф идаралығы етәксеһе Илшат Исмәғилев сығышында төрлө ауыр йылдарҙа тырышып хеҙмәт иткән, балаларға илһөйәрлек тәрбиәһе биргән ветеран уҡытыусыларға рәхмәтен белдерҙе. “Ғаиләләрҙә сабыйҙар тыуып, улар ошо мәктәпкә килә икән, был белем усағының киләсәге лә буласаҡ”, – тигән изге теләктәрен дә еткерҙе.
Байғужа мәктәбендә белем алып, әле төрлө яуаплы вазифалар биләгән шәхестәрҙең сәхнәгә күтәрелеүе лә сараны йәмләне. Белем биреп кенә ҡалмай, хеҙмәткә, йәшәргә өйрәткән белем һәм тәрбиә усағына ҡарата әллә күпме йылы һүҙҙәр әйтелде. Ветеран уҡытыусыларға ла ихтирам күрһәтелде, оҙаҡ йылдар мәктәптә хеҙмәт итеп, яҡты донъянан киткәндәр ҙә хәтергә алынды.
Киләсәге өмөтлө белем йортоноң. Тырыш коллектив етәкселегендә балалар ҙа уңыштарға өлгәшә, төрлө ярыштарҙа, конкурстарҙа еңеүҙәр яулап, Байғужа мәктәбенең данлы тарихына тап төшөрмәй. Кинйәбулат урта мәктәбе директоры Шайморат Ғиниәтуллин етәкселегендәге коллективҡа артабан да уңыштар теләйбеҙ.
Резеда ШӘҢГӘРӘЕВА
Ишембай районы.