Йәмғиәт
20 Сентябрь 2022, 09:01

Игелеге – күңел түрендә

Китабы фәһем алырлыҡ.

Мәүлиҙә Ирғәлинаның архивынан.Мәүлиҙә Ирғәлинаның архивынан.
Фото:Мәүлиҙә Ирғәлинаның архивынан.

Әбйәлил районының Күсем ауылында Бөйөк Ватан һуғышы ветераны, СССР-ҙың мәғариф алдынғыһы, Башҡортостандың атҡаҙанған уҡытыусыһы Ғүмәр Ғилмановтың “Ғүмер юлдары” тигән китабының исем туйы үткәрелде.

Сарала Әбйәлил районы ха­кимиәте һәм Ташбулат ауыл советы вәкилдәре, Ғүмәр Ғилман улы менән бергә эшләгән замандаштары, уҡыусылары, ауылдаштары, үҙенең балалары һәм баш­ҡа күптәр ҡатнашты. Сығыш яһау­сылар ветерандың Тыуған илен, йәшәгән ерен яратҡанын, байлыҡ-хазиналарҙы туҙҙырыуҙан ҡурса­лағанын дәлилләне. Ысынлап та, Ғүмәр Ғилман улының бөтә ғүмере намыҫлы хеҙмәттә үтте.

“Ғүмер юлдары” быға тиклем асыҡланмаған күп дәлилде киләсәк быуынға еткерәсәк. Китапты төҙөгән мөхәррир билдәле яҙыусы Ҡәҙим Аралбаев, ярҙам итеүселәр – Ғилмановтар, Аралбаевтар һәм Ҡарабулатовтар ғаиләһенә ҙур рәхмәт.

Был китапта Ғүмәр Ғилман улы ер-һыу атамаларының ысын исемен, тарихын һүрәтләй. Мәҫә­лән, Бағыш тауы, Яйыҡҡол йыл­ғаһы, Күсем марганец руднигы тарихы, Күсем, Ниязғол, Айыу­һа­ҙы тирәһендәге файҙалы ҡа­ҙыл­ма байлыҡтарҙың һуғыш ва­ҡытында нисек файҙа­ланылыуы һәм башҡа күп мәғлүмәт бирелгән.

Ул 1941 йылдың авгусынан 1942 йыл аҙағына тиклем Ташбулат тулы булмаған урта мәктә­бе директоры вазифаһын баш­ҡара һәм “Кадр” колхозының партия ойошмаһына етәкселек итә, Фатима апай мәктәптә уҡыта. Шул осорҙа атайым – Әбүзәр Ирғә­линде “Кадр” колхозына рәйес итеп тәғәйенләйҙәр (“Кадр” колхозына Ташбулат, Теләш, Бик­ҡол, Күсем ауылдары инә). Шулай итеп, атайым бик ауыр йылдарҙа Ғүмәр Ғилман улы менән бергә эш­ләй. Миңә 7-8 йәш ине, һәр саҡ атайым эргәһендә йөрөгәс, ике етәксенең өйҙә лә, урамда ла, колхоз идараһында ла ни өсөн­дөр бик борсолоп, бәхәс­ләшеп ултырғандарын хәтер­ләйем.

Ғүмәр Ғилман улы, йәш булһа ла, ныҡыш, ихлас, эшкә етди ҡара­ған етәксе ине. Шулай итеп, улар артта ҡалған “Кадр” колхозын алға сығарыуға өлгәште.

Беҙҙең ғаилә эш буйынса ғына аралашманы, ә туғанлыҡ бәйлә­неше арҡаһында ла күп ваҡыт бергә булды, бер-беребеҙгә ярҙам­лашып йәшәнек. Атайым 1942 йылда үҙе теләп фронтҡа китте һәм шунан ҡайтманы, ә 1943 йылда Ғилмановты “Кадр” колхозына рәйес итеп тәғәйен­ләгәндәр.

Был һуғыш беҙҙең быуынға күп һынау ҡуйҙы. Шундай осорҙа ла Ғүмәр Ғилман улы үҙ бурыс­тарына тоғро ҡалды. Кешеләргә кәңәшсе, ярҙамсы ине. Ауыр ҡайғыларҙы йыуатыусы ла булды. Ул ғүмеренең бер генә минутын да бушҡа үткәрмәне, үҙе өсөн генә йәшәмәне.

Райондағы, ауылындағы ауыр­лыҡтарға ныҡ борсола, ә уңыштарға ихлас шатлана ине, етешһеҙлектәрҙе төҙәтеү юлдарын эҙләне. Бәләкәй генә миҫал: яҡын-тирәләге йылға, күл, тау исемдәренең дөрөҫ яҙылыуы өсөн көрәште. Төрлө юлдар ме­нән күбеһен төҙәтеүгә өлгәште.

Ул, күренекле педагог булараҡ, уҡытыу-тәрбиә биреү тәжрибәһен дә уртаҡлашты. Район, зона семинарҙарында сығыш яһай, асыҡ дәрестәр үткәреп, мат­буғатта тәжрибәһен йыш яҡтырта ине. Ә беҙ, башланғыс класс уҡытыусылары, уның дәресенә ихлас теләп килә инек.

Ғүмәр Ғилман улы бөтә яҡтан өлгөлө хеҙмәт кешеһе генә түгел, мәрхәмәтле, талапсан атай, тоғро тормош юлдашы ла ине. Уларҙың ғаиләһендә тормош һәр саҡ тыныс аҡты, берәүгә лә ҡысҡырып өндәшеү булманы.

Фатима туғаныбыҙ менән үтә лә татыу, яҡшы аңлашып йәшәү­ҙәренә беҙ ҙә рәхмәтлебеҙ. Мәң­гелек йоҡолары тыныс булһын. Балалары ла, атай-әсәйҙәренән өлгө алып, эшсән, маҡсатҡа ынтылыусан, тормошто яратҡан кешеләр булып үҫте, белем алдылар. Үҙаллы тормош ҡороп, мәғәнәле, намыҫлы эшләйҙәр һәм йәшәйҙәр.

 
Мәүлиҙә  ИРҒӘЛИНА

Читайте нас