

Ял көндәрендә республиканың һәр район һәм ҡалаһында йәрминкәләр ойошторолдо. Өфөләр, ғәҙәттә, Спорт һарайы майҙанына килергә күнеккән. Быйыл баҡсасыларҙы тәүҙә ямғыр, унан ҡоролоҡ ғәләмәте һынаһа ла, уңыш мул булды. Быны йәрминкәнең рәттәре араһынан үткәндә күрергә була: картуф, һуған-һарымһаҡ, ҡабаҡ, алма, бал, көнбағыш майы һәм башҡаһы. Йәнең теләгән йәшелсәне, еләк-емеште алырға була ине.
Йәрминкәлә крәҫтиән (фермер) хужалыҡтары ғына түгел, шәхси хужалыҡ тотоп, артҡанын сығарып һатҡандар ҙа бихисап. Мәҫәлән, Рәмилә менән Фуат Кәбировтар Бүздәк районынан килгән. Уларҙың ихатаһы эргәһендә 15 сутый ерҙәре бар, буш урындары, ғөмүмән, юҡ.
– Йәшелсә, емеште күберәк ултыртып ҡалырға тырышабыҙ. Кәбеҫтә, кишер, сөгөлдөр көҙөн бик үтемле. Кишер менән сөгөлдөрҙөң хаҡы 45 һумдан төшмәй. Бик отошло килеп сыға. Бынан тыш, баҡсабыҙҙа үҫкән алма, сливаларҙы йыйып алып килдек. Ҡала халҡы, ауылда йәшәгәнебеҙҙе белеп, яратып ала. Йыл һайын йәрминкәне көтөп алабыҙ. Хәләл көс түгеп үҫтергән уңышты һатып, бер аҙ аҡса эшләп ҡалабыҙ, – тип һөйләй уңған хужабикә.
Кәбировтар эргәһендә Шишмә районынан килгән Артур Ғәлин урын алған. Ул бөгөн ҡала халҡына картуф тәҡдим итә.
– Бынан бер нисә йыл элек картуфтың орлоғон алмаштырып, хәҙер шуның файҙаһын күрәм. Үҙебеҙҙең ихатала ун сутый ер бар, олатай-өләсәйем олоғайҙы, уларҙың еренә сәсәм. Бик һәйбәт уңыш алдыҡ. Былтырғы менән сағыштырып булмай. Бер тоҡ картуфты 1200 һумға һатам. Әлбиттә, оло йәштәгеләр килеп һораһа, хаҡын төшәм. Хатта алып барып та ҡуям. Миңә ҡыйын түгел, уларға ҡыуаныс. Бөгөн бында килеп торған өсөн аҡса алманылар. Һәр яҡлап отошло. Ун тоҡ картуф һаттыҡ та инде. Икенсе аҙнала тағы килергә иҫәп бар, – тип һөйләй Артур.
Өфө районынан килгән уңған хужабикә Вероника Латипова һарымһаҡ, һуған үҫтерә.
– Кемгә нисектер, миңә ошо шөғөл ныҡ оҡшай. Ауылда 30 сутый еребеҙ бар. Шунда һарымһаҡтың – өс, һуғандың ике төрөн үҫтерәм. Һарымһаҡтың да, һуғандың да хаҡы һуңғы бер нисә йылда төшкәне юҡ: һарымһаҡ – 250, һуған – 70 һум. Мине бында таныйҙар, йыл да килгәс, көтөп торалар. Йәй буйы бил бөгөп үҫтергән уңышты һатып, өҫтәмә килем алыу бер кемгә лә ҡамасауламай, – ти Вероника.
Әйткәндәй, мин унан көҙ ултырта торған һуған алдым. Мул уңышҡа өмөт итәм. Маҡтай-маҡтай бирҙе. Һынап ҡарайбыҙ инде!
Ямғырға күшеккән йәш кенә студент ҡыҙ – Анна Щербакова. Уның олатаһы – Нуриман районы умартасыһы. Анна иһә балауыҙҙан шәм эшләү менән мауыға. Күҙҙең яуын алып торған шәмдәрҙән бал еҫе аңҡып тора. Ҡыҙҙың ихлас йылмайыуы һәм бик үҙенсәлекле кәсебе йәрминкәгә килгән халыҡты ылыҡтыра. Шәм алыр өсөн сиратҡа баҫырға тура килде.
“Бөрө алмалары” иһә был майҙандың төп байлығы булғандыр. Күптән брендҡа әүерелгән, тип-тигеҙ булып алланып бешкән алмаларҙың бер биҙрәһе – ни бары 50 һум. Оҙаҡ һаҡланасаҡ көҙгө емеште халыҡ күпләп ала. Алмаларҙы Бөрөнән Алһыу менән Рифат Шәрхиевтәр килтергән.
– Бер машина алма алып килдек, төшкә тиклем яртыһын һатып бөттөк инде. Хаҡы ла “тешләшмәй”, сифаты ла бына тигән. Ҡала кешеһенә бындай алма танһыҡ, – ти Алһыу. Был ысынлап та шулай. Магазинда алманың килоһы, кәм тигәндә, 50 һум, йәрминкәлә иһә бер биҙрәне шул хаҡҡа алаһың.
Иглин районынан килгән бәшмәкселәрҙе лә телгә алғы килә. Иртән генә йыйылған аҡ бәшмәкте магазиндағынан күпкә осһоҙораҡ һатҡанғамы, әллә бәшмәктәре ымһындырып торғанғамы, халыҡ күпләп алды. Июлдә генә эш башлаған эшҡыуарҙар йәрминкәгә беренсе тапҡыр сыҡҡан.
– Бындай уңышҡа өмөт итмәгәйнек. Кеше өҙөлмәй. Тауарыбыҙ сифатлы, шуға алыусылар күп, – тип шатлана Александра.
Һатыусылар хәләл көс менән етештерелгән тауарын уңышлы һатыуға ҡыуанһа, һатып алыусылар, киреһенсә, яңы ғына йыйылған, үҙебеҙҙә үҫтерелгән йәшелсә, еләк-емеш алып кинәнде. Әлбиттә, йәрминкәгә йөрөүселәрҙең башлыса оло йәштә булыуы ла күҙгә салына.
– Спорт һарайы алдындағы йәрминкә, бәхеткә күрә, беҙҙең йорт эргәһендә генә ойошторола. Йыл да түҙемһеҙлек менән көтәбеҙ. Ҡабаҡ, картуф, һуған, кишер-сөгөлдөр – барыһы ла ошонан. Емеш-еләген дә йәрминкәнән алабыҙ. Бер ваҡытта ла ризаһыҙ ҡалғаныбыҙ юҡ. Хаҡтар ҙа тешләшмәй, һөйләшһәң, егеттәр фатирға тиклем илтеп бирә. Күптәрен танып бөткәнбеҙ. Ошо йәрминкәләрҙән һуң бал һәм ит йәрминкәһе башлана. Уларында ла беҙ йыш ҡунаҡ, – тип һөйөнә Зарифа менән Хәтмулла Шакировтар. Улар быйыл 76 һәм 78 йәшен билдәләгән. Быға тиклем баҡсалары булған, әммә олоғайғас, баҡса ҡарап булмай. Әле етәкләшеп, бер-береһенә терәк булып, йәрминкә гиҙеп йөрөүҙәре – улар өсөн үҙе байрам.
Бер аҙ ямғыр ҡамасаулаһа ла, йәрминкәнән күтәренке кәйеф менән сыҡтым. 1250 һумға бер багажник тауар алдым: Баймаҡ ҡымыҙы, бәшмәк, груша, алма, сәскә үҫентеләре. Көҙҙөң мул уңышы барыһына ла етә!
Лилиә НУРЕТДИНОВА