Йәмғиәт
20 Сентябрь 2022, 09:00

Нәҫел тарихын онотмайбыҙ

Атай-олатайҙар яҙмышы сағыла.

ғаилә архивынан.ғаилә архивынан.
Фото:ғаилә архивынан.

Август айында атайым – Бөйөк Ватан һуғышы  яугире Исламғәли Мирғәли улы Бикәнәсовҡа 100 йәш тулған булыр ине. Ошо иҫтәлектәрем – уның хаҡында.

Атайыбыҙ 1922 йылдың авгусында Ауырғазы районының Усман ауылында Мирғәли Миңлеғәли улы һәм Разия Ғәлиәхмәт ҡыҙының ғаиләһен­дә тыуған. Разия өләсәйебеҙ был ауылға Өфө юлы буйын­дағы Кәлсер ауылынан килен булып төшкән. Ғаиләләре хәлле тормошта йәшәгән. Ғәлиәхмәт Клусов олатайҙың 250 баш умартаһы булған. Ни өсөн берҙән-бер ҡыҙын оло юл буйындағы ауылдан төп­көл, юлһыҙ-ниһеҙ ауылға бирҙе икән, тигән һорау тыуа ине миндә. Донъялар бутала, ауылды әле ҡыҙылдар, әле аҡтар талап, ҡыҙ-ҡырҡынды алып китә башлағас, атаһы ҡыҙын тынысыраҡ, төпкөл ауылға, оло юлдан йырағыраҡ ергә оҙатырға була.

Разия өләсәйем Мирғәли Миңлеғәли улының ҙур ғаилә­һенә бай бирнәле килен булып төшә. Ҡама тундар, ҡыҙыл шаршауҙар, ике самауыр, сепарат, үтек, хатта биш йәшлек сағында уҡ атаһы: “Балам, тамағың туҡ булыр”, – тип алып биргән “Зингер” теген машинаһы ла була.

Быларҙан тыш, атаһы иген, дадан һәм таҡта умарталар, мал да биреп оҙата ҡыҙын. Өләсәйем­дең әсәһе бала тап­ҡанда үлеп ҡала. Был ваҡытта инде Ғә­лиәхмәт олатайҙың алты улы һәм бер ҡыҙы – биш йәшлек Разия була. Өләсәйем башта еңгәләре ҡулында тәр­биәләнә, олатай тағы ла өй­лән­гәс, уның Рабиға, Ғилман тигән туғанда­ры тыуа. Ғилман бабай (1909 – 1942) Бөйөк Ватан һуғы­шынан ҡайтмай. Ҡайһы бер улдары Беренсе донъя һуғы­шында уҡ һәләк була. Билал исемле улы Ырымбурҙа гимназияла уҡып сыҡҡас, Ҡазан император универ­ситетының медицина факультетына инә. Әйткәндәй, ул Ырымбурҙа ла, Ҡазанда ла Башҡорт АССР-ының беренсе һаулыҡ һаҡлау министры Ғ.Ғ. Ҡыуатов менән бер осорҙа уҡый. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, Билал бабайы­быҙға уҡыуын тамамлап, табип дипломын алырға насип булмай. Мин бәләкәй саҡта атайым­дың “Билал ағайым револю­цияға тиклем Ҡазан университетында уҡыған” тип ғорур­ланып һөйләгәне хәтеремдә. Ул Базаров кеүек вафат булған, ти торғайны атайым. 

Бал ҡорттарын өләсәйем үҙе ҡарарға яратҡан. Ул хатта битлек тә кеймәйенсә ҡорттар араһында йөрөгән, уны ҡорт саҡмаған. Был дадан умарталар кешенән бейек булып баҡсала ултыра ине.

Һуғышҡа тиклем ауыл халҡы бик матур, күркәм ғүмер кисергән. Өршәктә балыҡ күп, әрәмәлек, туғайҙарҙа ҡырағай ҡош-ҡорт, төлкө, ҡуян үрсегән, баҡсала ҡауын-ҡарбузына тиклем үҫкән. Колхоз заманында ҡабаҡ, кәбеҫтәне һәр өйгә йөкмәп килтереп ауҙарған. Барыһында ла тиерлек ҡойо, мунса булған, хужалыҡтар ситән менән уратылған.

Һуғыш ваҡытында ауылда ҡатын-ҡыҙ, бала-саға ғына ҡалғас, бөтә ҡаралты-ҡура яғып бөтөрөлдө, тауыҡ һуйҙырырға ир-ат табалмайынса ауыл урамы буйлап йөрөй инек, тип хәтерләне һуғыш башланғанда бишенсе йәше менән барған Рәйсә апайым. Бикәнәсовтарҙың күптә­ре был һуғыштан әйләнеп ҡайта алмай: Мирғәли Миңле­ғәли улы Бикәнәсов (1896 – 1945), Сәһәрйәр Миңлеғәли улы Бикәнәсов (1903 – 1943), Солтан Миңлеғәли улы Бикә­нәсов (1901 – 1943), Сабит Ахунйән улы Бикәнәсов (1900 – 1941), Биктимер Айытбай улы Бикәнәсов (1941), Ғәлим­йән Хәкимйән улы Бикәнәсов (1910 – 1944), Сәлих Хәкимйән улы Бикәнәсов (1922 – 1944) һуғышта баштарын һалды. Күпме тол ҡатын, бала-саға етем ҡалды...

Атайымдың атаһы Мирғәли Миңле­ғәли улы революция алдынан Стәрлелә мәҙрәсәлә уҡыған. Олатай грамоталы булғас, колхоздың идара ағзаһы ла, сельпо рәйесе лә итеп һайланған. Сельпо Степановка тигән урыҫ ауылында була, өләсәйем Разия шул уҡ ауылда фельдшер-акушерлыҡ пункты мөдире булып эшлә­гән. Әйткәндәй, 2010 йылда З. Биишева исемендәге Баш­ҡортостан “Китап” нәшриәтен­дә сыҡҡан “Ветераны тыла” тигән 20 томлыҡ китаптың 2-се томында өләсәйем ха­ҡында ла белешмә бар.

Атайыма, уның туғандары Мулланур менән Абдулхаҡҡа урыҫ мәктәбендә уҡырға насип була, һәм был уларҙың алдағы тормоштарында ныҡ ярҙам итә. Һуғышҡа тиклем атайым Шланлы ауылында хәрби-иҫәп буйынса секретарь булып эш­ләгән. Һуғыштың тәүге көндә­ренән үк ауылдаштары менән барлыҡ Бикәнәсовтар нәҫе­ленең ир-аты фронтҡа китә.

Ауылда итәк тулы ваҡ балалары менән ҡатын-ҡыҙ ғына тороп ҡала. Өләсәйем 13, 10, 7, 4, 2 йәшлек биш бала өҫтөнә, алтынсыһына ауырлы була. Кесе ҡыҙы Рәйхана 1942 йылдың майында донъяға килә. Ул ғына ла түгел, эвакуацияланған кешеләрҙе һәр йортҡа килтереп тултыралар. Бындай тормошто күҙ алдына килтереүе лә ауыр. Һуғыш йылдарында өләсәйем Степановканан туғыҙ саҡрым Төрөмбәткә, унан һигеҙ километр үҙе йәшәгән Усман ауылына почта ташый. Уҡый бел­мә­гәндәргә хат-хәбәрҙәрҙе уҡып, хаттар ҙа яҙыша. Ә иң ауыры – кешеләргә “ҡара ҡа­ғыҙ” биреү була. Нисек кенә ҡы­йын булһа ла, өләсәйем бер сабыйын да балалар йортона бирмәгән, өҫ-баштарына ла үҙе тегеп кейендереп, кеше иткән.

1941 йылдың авгусында атайым Исламғәли Бикәнәсов­ты ла хәрби хеҙмәткә алалар. Алкинда ҡыҫҡа ваҡытлы курс үтеп, сентябрь айында фронт­ҡа китә. Һуғыштың иң ауыр мәле, һалдаттарға мылтыҡ та етмәгән, әгәр ул үлә ҡалһа, ҡоралын, шинелен, итеген һалдырып алып китергә тейеш булғандар. Ил әле һуғыш шарттарында йәшәүгә күсеп өлгөрмәгән була.

Атайым Ленинград өлкәһе­нең Лодейное Поле ҡалаһы янында 1941 йылдың 30 декабрендә ҡаты яралана. Ул 763-сө уҡсылар полкында сапер булып хеҙмәт итә. Ҡайҙа инде ул ваҡытта кешене күмеп торорға форсат. Иптәштәре атайымды плащ-палаткаға һалып, итеген, шинелен, ҡоралын һәм документтарын алып, үлгән тип уйлап, ҡарға күмеп китә. Моғайын, уға ҡар аҫтында оҙаҡ ятырға тура килмәгәндер, икенсе частар килеп, плащ-палатканы күреп, ҡар аҫтынан тартып сығара­лар. Ҡараһалар, һалдат тере. Аллаһы Тәғәләнең тағы ла бер мөғжизәһе: уны тапҡан һалдаттың командиры атайымды Алкинда уҡытҡан лейтенант була. Командир уны таный һәм тиҙерәк медсан­часҡа оҙатыу хәстәрен күрә.

Өләсәйемә атайымдың часынан: “Ваш сын, героически сражавшийся с фашистами, погиб и похоронен в Ленинградской области, Винницкий район, деревня Великий Двор” тигән “ҡара ҡағыҙ” килә, ләкин күп тә үтмәй, атайымдан хат алалар. Ул Молотов (Пермь) ҡалаһында эвакогоспиталдә дауаланып ятҡан була. Атайым, күп яра алыу сәбәпле, ауыр эшкә ярамай, уң яңағы һынып, сәйнәп ашай ҙа алмай, шыйыҡ аҙыҡ-түлек менән генә туҡлана. Йәш сибәр егет, икенсе төркөм һуғыш инвалиды булып, ауыр тормош юлын дауам итә. Башта ул колхозда эшләй, яғыулыҡ ташый. Һу­ғыш бөткәс, ветеринар һөнә­ре­нә уҡып, ғүмере буйы Ауыр­ғазы районында эшләне. Ауылда медпункт булмаған саҡта ярҙам һорап атайыма мөрәжәғәт итәләр ине. Ленинградтан Башҡортостанға эвакуацияланған ветеринария профессорҙарынан алған белеме өсөн уларға рәхмәте сикһеҙ булды. Беҙгә, үҙенең балаларына, әле алтмышынсы йылдарҙа Ленинградтан Эрмитаж тураһында диа­фильм­дар яҙҙырып ала тор­ғайны. Атайым Билал ағаһы һымаҡ табип булырға теләһә лә, һуғыш йылдарында уны тормошҡа ашыра алмай. Әсәһенә береһенән-береһе бәләкәй туғандарын аяҡҡа баҫтырырға ярҙам итергә кәрәк була.

Атайым юҡ ҡына хеҙмәт хаҡына, ғүмере буйы һуғыш яра­ларынан һыҙланып, һыҡ­ранып йәшәүенә ҡарамаҫтан, үҙе алмашҡа бер костюм менән йөрөһә йөрөнө, әсәйем менән бергә биш балаһына ла юғары белем бирергә көсөн йәлләмәне. “Уҡырға, уҡырға!” тигән аманат ҡалдырҙы ул беҙгә. Уның табип булыу теләген кесе улы һәм ейәне тормошҡа ашырҙы. Исмәғил туғаныбыҙ 32 йыл инде Өфө­лә 2-се республика дауахана­һында табип-реаниматолог булып эшләй. Уның кесе улы Салауат та, быйыл Башҡорт­остан дәүләт медицина университетын тамамлап, диплом алды. Аллаға шөкөр, нә­ҫе­лебеҙҙә бөгөн килен-кейәү­ҙәр менән тиҫтәнән ашыу табип бар. Оло улы – отстав­калағы подполковник Вәкил туғаныбыҙҙың улы Булат, Воронеж авиация-инженерлыҡ университетын тамамлап, әле хеҙмәт итә. Атайымдың уртансы ҡыҙы Ләлә һеңлебеҙ, Кемерово аҙыҡ-түлек техно­логияһы институтында белем алып, оҙаҡ йылдар һөнәре буйынса эш­ләне, ә кесе ҡыҙы Зөһрә, Мәскәү дәүләт универ­си­те­тының юридик факультетын тамамлап, егерме йылдан ашыу Дәүләт Думаһында хеҙ­мәт итә. Атайыбыҙ Исламғәли Мирғәли улының йөҙ йәшенә, уның рухын шатландырайыҡ, тип был юлдарҙы яҙғас, ауыл­дағы бер ағайҙың әйткән һүҙ­ҙәре иҫкә төштө: “Улар ялҡау, унды бөтөрәләр ҙә уҡырға сығып таялар, колхозда эш­ләр­гә яратмайҙар”, – тигән ул беҙҙең хаҡта. Һәр кешенең үҙ яҙмышы, бәлки, колхозда эш­лә­һәк тә, юғалып ҡалмаҫ инек, ләкин атайыбыҙ Исламғәли Мирғәли улы ме­нән әсәйебеҙ Миңниса Әбүфа­зыл ҡыҙының балаларына Аллаһы Тәғәлә башҡа өлкәлә хеҙмәт итергә насип әйләгән. Бының өсөн беҙ Уға сикһеҙ рәхмәтлебеҙ һәм шөкөр итәбеҙ.

 
Рәмзиә Бикәнәсова

Ҡазан ҡалаһы.

Читайте нас