

Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, ғаризалар президентскиегранты.рф сайтында электрон формала ҡабул ителә, конкурс еңеүселәре 2023 йылдың 20 ғинуарына тиклем билдәләнә, ә хуплау тапҡан проекттарҙы финанслау 2023 йылдың 1 февраленән башлана.
Проект буйынса һорауҙарығыҙ бармы?
Коммерцияға ҡарамаған ойошмаларҙы тикшереү, экспертиза үткәреү һәм булышлыҡ итеү хеҙмәте, йәғни Башҡортостан Республикаһы Йәмәғәт палатаһы аппаратының Ресурс үҙәге ситтән тороп конкурста ҡатнашыусыларҙың проекттарын бушлай ҡарай. Бының өсөн, ойошманы күрһәтеп, nko-rb@mail.ru почтаһына тултырылған ғариза ебәрергә кәрәк.
Конкурста ҡатнашыу тураһындағы күпселек һорауҙарға яуаптарҙы фондтың сайтындағы «Ярҙам үҙәге»ндә табырға мөмкин.
Ҡыҙыҡһындырған һорауҙарығыҙ буйынса өҫтәмә рәүештә түбәндәге телефон аша мөрәжәғәт итергә мөмкин: 8 (347) 218-12-52