Йәмғиәт
20 Сентябрь 2022, 14:30

Һәр урынға - юғары тиҙлекле интернет

"Төбәк халҡының 40 процентҡа яҡыны ҙур ҡалаларҙан ситтә йәшәй. Улар өсөн барлыҡ мөмкинлектәрҙе тыуҙырырға тырышабыҙ".

Һәр урынға - юғары тиҙлекле интернетҺәр урынға - юғары тиҙлекле интернет
Һәр урынға - юғары тиҙлекле интернет

Республика Хөкүмәтенән хәбәр итеүҙәренсә, күләмле модернизация барышында Башҡортостандың тораҡ пункттарында оператор 4G менән тәьмин итеүҙе киңәйтте. Эштәрҙең төп күләме ауыл ерҙәренә тура килде: элемтәселәр халыҡ аҙ йәшәгән 400 ауылда телекоммуникация ҡорамалы үткәреү мөмкинлеген арттырҙы. Уларҙың ҡайһыларында 500-ҙән кәмерәк кеше ғүмер итә.

"Юғары тиҙлекле интернет төпкөл райондарҙа йәшәүселәргә селтәрҙе тулы күләмдә файҙаланырға һәм электрон ресурстарға, уҡыу, эш платформаларына инергә мөмкинлек бирә, эшҡыуарҙарға үҙҙәренең бизнестары сиген киңәйтергә юл аса, - тине Башҡортостан дәүләт идаралығының һанлы үҫеш министры урынбаҫары Рөстәм Хәмәтвәлиев. – Башҡортостанда телекоммуникация компаниялары селтәрҙәрен үҙҙәренең инвестиция проекты сиктәрендә лә, дәүләт-шәхси партнерлыҡ берлеге проекттары ярҙамында ла үҫтерәләр".

Башҡортостан биләмәһендә урынлашҡан ауылдарҙың ҙур өлөшөнөң рельефы ҡалҡыулы тигеҙлек һәм ҡалҡыулыҡтарҙан, таулыҡ һәм тау һырттарынан тора. Элемтә линияларын үткәреү өсөн таяуҙар төҙөү еңелдән түгел. Шулай булыуға ҡарамаҫтан, уҡыу процесы, эш өсөн халыҡҡа интернет кәрәк.

"Төбәк халҡының 40 процентҡа яҡыны ҙур ҡалаларҙан ситтә йәшәй. Беҙ был факторҙы күҙ уңында тотабыҙ һәм ауыл халҡына дистанцияла уҡыу, эш, веб-сервистарҙы ҡулланыу һәм яҡындары менән аралашыу өсөн барлыҡ мөмкинлектәрҙе тыуҙырырға тырышабыҙ", - ти Башҡортостандағы "МегаФон" компанияһы директоры Дамир Байгилдин.

Оператор бер йыл эсендә республикала меңәрләгән станцияны модернизациялаған. Иң күләмле эштәр Белорет, Өфө, Туймазы, Ишембай, Учалы райондарында башҡарылған.

Фото: Башҡортостан Хөкүмәте сайты.

Автор:Резеда Шәнгәрәева
Читайте нас