Йәмғиәт
20 Сентябрь 2022, 08:58

Ярты быуаттан һуң осраштыҡ

Бер күрешеү – бер ғүмер.

Сәриә Аҙнағолованың архивынан.Сәриә Аҙнағолованың архивынан.
Фото:Сәриә Аҙнағолованың архивынан.

Беҙ, Бөрө педагогия институтының биология һәм химия факультетын 1972 йылда тамамлап, ошо фәндәр буйынса уҡытыусы дипломын алыусылар, 50 йыл үткәс, үҙебеҙҙең уҡыу йортона осрашыуға йыйылдыҡ.

Хәҙерге көндә ул Башҡорт дәүләт университетының Бөрө филиалы итеп үҙгәртелгән. Осрашыуға килеп, әллә күпме ыңғай яҡҡа үҙгәреш күреп, һоҡланып ҡайттыҡ.

Иң тәүҙә күҙгә ташланғаны –  аудиторияларҙағы, ла­боратория­ларҙағы таҙа­лыҡ, бөхтәлек, стеналарҙа йөкмәт­келе, матур стендтар, заманса йыһаздар.

Беҙ уҡығанда дүрт факультетта физика-математика, рус теле һәм әҙәбиәте, биология һәм химия, сит телдәр уҡытыу­сы­лары әҙерләһәләр, хәҙер беҙҙең биология-химия факультетында ғына туғыҙ һөнәр буйынса кадрҙар сығарыла (бакалавриат, магистратура). Беҙҙе заманса ҡорамалдар менән йыһаз­ландырылған тирә-яҡ мөхит бысраныуының экология мониторингы лабораторияһы менән дә таныштырҙылар. Лаборатория етәксеһе Айнур Рәшит улы Мәхмүтовты тын да алмай тыңланыҡ, ни өсөн тигәндә беҙ уҡығанда күп кенә ҡорамалды китаптағы һүрәттәрҙән ҡарап ҡына белә инек.

Бөрө педагогия институты һәм Һәҙиә Дәүләтшина музей­ҙары менән танышыу ҙа күңелдә тәрән тәьҫораттар ҡалдырҙы, улар хәҙер филиалдың төп бинаһына күсерелгән. Музей белгесе Гөл­нур Нуриман ҡыҙы Ҡасҡынова йөкмәткеле итеп һөйләне, экспо­наттарҙы күрһәт­те, Башҡортос­тандың халыҡ яҙыусыһы Һәҙиә Дәүләтшина тураһында ла күп мәғлүмәт белдек.

Беренсе-икенсе курста уҡы­ғанда агробиостанцияла тәжри­бә­ләр үткәрә инек, дендрарийға нигеҙ һалыуҙа ҡатнаштыҡ. Беҙҙе унда ла экскурсияға алып барҙылар. Дендрарий бик ныҡ үҙгәргән, үҫемлектәргә байыған. Агробиостанция етәксеһе Ольга Владимировна Чукминова һәм хеҙмәткәр Татьяна Рәфҡәт ҡыҙы Лоншакова – үҙ эштәренә мөкиббән бирелгән белгестәр.

Ғөмүмән, Бөрө филиалында тырыш, белемле хеҙмәткәрҙәр эшләүенә инанып ҡайттыҡ. Биология һәм химия факультетын етәкләгән Эльвира Ниғәмәтулла ҡыҙы Яппарова тураһында ла бары матур һүҙҙәр әйтергә мөмкин.

Беҙгә белем биргән яратҡан уҡытыусыбыҙ Борис Васильевич Мартыненко менән дә осраштыҡ, уның тормош иптәше Мария Васильевнаға тағы бер тапҡыр рәхмәтебеҙҙе белдереү форсаты тейҙе. Көслө уҡытыусыларыбыҙ бир­гән белемде ҡулланып, артабан үҙебеҙ йәш быуынды уҡыт­тыҡ. Беҙҙең курсташтар араһын­да 45 йылдан ашыу стажы булған, Рәсәйҙең һәм Башҡортос­тандың атҡаҙанған уҡытыусыһы, халыҡ мәғарифы отличнигы тигән маҡтаулы исемдәргә лайыҡ булғандар ҙа, директор ҙа, завучтар ҙа, башҡа етәкселәр ҙә бар.

Курсташтарыбыҙ менән килә­сәктә шулай осрашып-күрешеп торорға яҙһын.


Сәриә АҘНАҒОЛОВА

Читайте нас