Йәмғиәт
21 Сентябрь 2022, 04:00

Бына был егеттәрсә!

Ниһайәт, ошо ауылда тыуып үҫкән эшҡыуарҙар киләйҙәрҙең хыялын тормошҡа ашырырға ярҙам итә...

Бына был егеттәрсә!Бына был егеттәрсә!
Бына был егеттәрсә!

Баҡалы районының Киләй ауылында йәшәүселәр йыйындарҙа балалар өсөн спорт майҙаны төҙөү мәсьәләһен бер нисә тапҡыр күтәрә. Уларҙы үҫмерҙәрҙең ялын йөкмәткеле, файҙалы үткәреү мәсьәләһе борсой. Ниһайәт, ошо ауылда тыуып үҫкән эшҡыуарҙар киләйҙәрҙең хыялын тормошҡа ашырырға ярҙам итә. Алексей Зайцев менән Александр Мингалев спорт майҙанын төҙөүгә бер миллион һумдан ашыу аҡса тотона, спорт ҡорамалдары ала, майҙан биләмәһен төҙөкләндерә.

Киләй ауыл советы башлығы Раушан Фәтихов әйтеүенсә, хәҙер был биләмә - ауылдаштарҙың яратҡан урыны, бында балалар ҙа, өлкәндәр ҙә ҙур ҡәнәғәтлек менән шөғөлләнә. Биләмә етәксеһе  халыҡҡа ҙур бүләк эшләгән бағыусы егеттәргә рәхмәт әйтеп, уларға уңыштар теләй.

Фото: ”Бакалинские зори” гәзите.

Автор:Дина Арсланова
Читайте нас