Йәмғиәт
21 Сентябрь 2022, 09:45

Ике республика халҡы исеменән...

Геройҙарыбыҙға сәскә һалдылар. 

Ике республика халҡы исеменән...Ике республика халҡы исеменән...
Ике республика халҡы исеменән...

Бөгөн Өфөлә Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров һәм Беларусь Премьер-министры Роман Головченко “Еңеү паркы” мемориаль комплексында булды, унда Бөйөк Ватан һуғышы йылдарында һәләк булғандарҙы иҫкә алдылар.

Роман Головченко һәм Радий Хәбиров ике республика халҡы исеменән Советтар Союзы Геройҙары Александр Матросов менән Миңлеғәле Ғөбәйҙуллин һәйкәле янындағы Мәңгелек ут янына сәскәләр һалды.

Артабан сарала ҡатнашыусылар яу яланынан әйләнеп ҡайтмаған Ватан һаҡсыларын бер минутлыҡ тынлыҡ менән иҫкә алды.

Фото: Башҡортостан Башлығы сайты. 

Автор:Альфия Мингалиева
Читайте нас