

Бөгөн Өфө районының "Башсельхозтехника" базаһы биләмәһенән Красный Луч ҡалаһына сираттағы гуманитар колонна ҡуҙғалды.
"Башҡортостан Луганск Халыҡ Республикаһына гуманитар ярҙам күрһәтеүен дауам итә. Бөгөнгө көнгә ҡарата ике мең тоннанан ашыу аҙыҡ-түлек, дарыуҙар, кейем-һалым, беренсел кәрәк-яраҡ, төҙөлөш материалдары һәм башҡа күп нәмә ебәрҙек инде. Бөгөн ғәҙәти йәшәү мөмкинлегенән мәхрүм кешеләрҙең иң киҫкен ихтыяждарын иҫәпкә алып ойошторолған гуманитар ярҙамдың 30-сы колоннаһын оҙатабыҙ. 18 кеше, дүрт фургон, оҙатып йөрөүсе өс машина бар", — тине Башҡортостан Хөкүмәте Премьер-министры урынбаҫары Ирек Сәғитов.
“Берҙәм Рәсәй" партияһының төбәк башҡарма комитеты етәксеһе Руслан Насретдинов автоколоннаның етәксеһе булараҡ юлланды. "Был ярҙам Луганск Халыҡ Республикаһының Красный Луч ҡалаһына тапшырыласаҡ. Гуманитар йөккә аҙыҡ-түлек һәм кәрәкле тауарҙар тупланған", — тине Руслан Насретдинов.
Фото "Берҙәм Рәсәй" партияһы сайтынан алынды.