Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
21 Сентябрь , 19:00

Тура эфирҙан ситтә ҡалмағыҙ!

Күп функциялы үҙәк офистары аша газ үткәреүгә әҙерлек эштәрен башҡарыуға заявканы нисек бирергә?

Тура эфирҙан ситтә ҡалмағыҙ!
Тура эфирҙан ситтә ҡалмағыҙ!

Башҡортостан Хөкүмәтенән хәбәр итеүҙәренсә, иртәгә, 22 сентябрҙә, көндөҙгө сәғәт 12-лә "Бәйләнештә" социаль селтәренең рәсми аккаунтында "Күп функциялы үҙәк офистары аша газ үткәреүгә әҙерлек эштәрен башҡарыуға заявканы нисек бирергә?" тигән темаға тура эфир уҙғарыла.

"Бөгөн был хеҙмәт Башҡортостан буйынса Күп функциялы үҙәктең бөтә офистарында ла күрһәтелә. Тик маҡсат коммерция эшмәкәрлеге менән бәйле булмаҫҡа тейеш", - тине республикалағы Күп функциялы үҙәк директоры Наталья Куприянова.

Тура эфирҙа ”зәңгәр яғыулыҡ” үткәреү программаһының өҫтөнлөктәре, мөрәжәғәт иткән көндә күрһәтергә кәрәкле документтар пакеты, программаға ниндәй тораҡ пункттарҙың эләгеүе, йортоң баҡсасылыҡ ширҡәтендә урынлашҡан осраҡта программа менән файҙаланырға мөмкинме-юҡмы икәнлеге һ.б. тураһында һөйләшеү буласаҡ.

Эфир яҙмаһы артабан ҡарау өсөн һаҡланасаҡ.

Фото: Башҡортостан Хөкүмәте сайты.

Автор:Карима Усманова
Читайте нас в