Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
21 Сентябрь , 18:00

Улар үҙҙәренең тере ҡалыуын мөғжизә тип һанай

Бөгөн, 21 сентябрҙә, 20 сәғәт 30 минутта, Башҡортостан юлдаш телевидениеһының “Честно говоря” тапшырыуында - бер кемде лә битараф ҡалдырмаған кеше тарихтары... 

Улар үҙҙәренең тере ҡалыуын мөғжизә тип һанай
Улар үҙҙәренең тере ҡалыуын мөғжизә тип һанай

Бөгөн, 21 сентябрҙә 20 сәғәт 30 минутта, Башҡортостан юлдаш телевидениеһының “Честно говоря” тапшырыуында - бер кемде лә битараф ҡалдырмаған кеше тарихтары. Уларҙың күбеһе барыһын да, шул иҫәптән яҡындарын да юғалтҡан. Улар бомбаға тотолоу, атыу, кәмһетелеү кеүек тамуҡ аша үткән һәм үҙҙәренең тере ҡалыуын мөғжизә тип атай. Донбасстан килгән йөҙләгән кеше өсөн хәҙер хәрби ҡурҡыныстар артта ҡалған һәм Башҡортостан уларға хәүефһеҙ йортҡа әйләнгән. Хәҙер улар – беҙ яуаплылыҡ тотҡан кешеләр. Уларҙы власть, ижтимағи һәм сәйәси ойошмалар вәкилдәре, шулай уҡ ябай кешеләр ҙә дауалай, ашата, матди, рухи йәһәттән ярҙам итә.

Автор:Айһылыу Низамова
Читайте нас в