

22 сентябрҙә Р-240 Өфө - Ырымбур трассаһының 9-10-сы километры араһындағы участкала - Зубов ауылы эргәһендәге юлды ремонтлау башлана — подрядсы япмалағы етешһеҙлектәрҙе бөтөрә.
Эште 2022 йылдың 30 сентябрендә тамамлау планлаштырыла, әммә был ваҡыттың үҙгәреүе ихтимал.
Хәрәкәт сикләнмәй, әммә тығындар барлыҡҡа килеүе ихтимал, шуға маршрутты алдан планлаштырырға кәрәк, тип иҫкәртәләр.
Мәғлүмәт алыу өсөн "Приуралье" федераль автомобиль юлдары идаралығының телефоны: 8 (347) 286-07-11.
Фото: https://vk.com/obyasnyaem102
#ОбъясняемРФ #ОбъясняемБашкортостан