Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
22 Сентябрь , 12:15

Радий Хәбиров Башҡортостан халҡына мөрәжәғәт итте

Төбәк етәксеһе Рәсәй Президенты Владимир Путин иғлан иткән өлөшләтә мобилизацияға бәйле халыҡҡа мөрәжәғәт итте

Радий Хәбиров Башҡортостан халҡына мөрәжәғәт итте
Радий Хәбиров Башҡортостан халҡына мөрәжәғәт итте

Бөгөн Өфөлә Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров республиканың алтынсы саҡырылыш Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтайҙың 46-сы ултырышы эшендә ҡатнашты.

Төбәк етәксеһе Рәсәй Президенты Владимир Путин иғлан иткән өлөшләтә мобилизацияға бәйле халыҡҡа мөрәжәғәт итте.

– Ошо Ватан өсөн мөһим көндәрҙә республикала йәшәүселәрҙең һәммәһенә лә мөрәжәғәт итергә теләйем. Хөрмәтле яҡташтар! Беҙ ҡатмарлы, асылда, һынылыш осоронда йәшәйбеҙ. Илебеҙгә, бөтәбеҙгә лә тыштан ҙур баҫым яһала, – тине ул. – Әммә беҙ һеҙҙең менән баҫымдарға ҡаршы ныҡлы торабыҙ, сөнки иң мөһиме – Владимир Владимирович Путин ҡарамағындағы Рәсәй донъялағы элекке дәрәжәһен һәм абруйын кире ҡайтара. Хәрби, иҡтисади ҡеүәтте үҫтерә. Яңынан ысын көслө державаға әүерелә, күп полярлы донъяны ныҡлы яҡлай. Бындай Рәсәй дуҫ булмағандарҙы ҡурҡыта, уларҙа ярһыу тойғоһо тыуҙыра. Улар беҙҙең дөйөм йортобоҙға ҡурҡыу һәм хаос сәсергә тырыша. Уларҙың маҡсаты – илде көсһөҙләндереү, бүлеү һәм, ахыр килеп, юҡҡа сығарыу.

Радий Фәрит улы белдереүенсә, Рәсәй ул беҙҙең барыбыҙ ҙа – рустар, башҡорттар, татарҙар, мариҙар, удмурттар, сыуаштар һәм башҡа быуаттар дауамында татыу йәшәгән йөҙәрләгән милләт вәкилдәре.

– Бергәләп шатлыҡтар һәм юғалтыуҙарҙы уртаҡлашабыҙ, Ватанды һаҡлайбыҙ. Рәсәй Геройҙары Миңлеғәле Шайморатов һәм Александр Доставалов, Максим Серафимов, Тамерлан Илһамов һәм Игорь Нәсибуллиндар кеүек. Әле Донбаста йәшәгән ҡәрҙәштәр менән иңгә-иң терәп һуғышҡан меңәрләгән яугир һәм ирекмәдәр кеүек, улар нацистар һәм ялланма кешеләр менән һуғыша, – тине етәксе. – Рәсәй Президенты, Юғары баш командующий Владимир Владимирович Путин өлөшләтә мобилизация үткәреү тураһындағы указға ҡул ҡуйҙы. Был мәжбүри, әммә кәрәкле һәм төплө уйланылған ҡарар. Ватанды, туғандаш халыҡтарҙы Донбасс, Херсонщина, Запорожьены һаҡлау өсөн берҙәм фронт булып сығыш яһау – беҙҙең бурыс. Улар алдағы референдумдарҙа үҙ ихтыярын белдереп, Рәсәй ғаиләһенә әйләнеп ҡайтырға теләй.

Радий Хәбиров әйтеүенсә, Рәсәйҙәр илдең бойондороҡһоҙлоғон һәм территориаль бөтөнлөгөн тәьмин итеүгә ышана ала. Беҙҙең армия яңы ҡоралға эйә, уларҙың күп төрҙәренең донъяла аналогы юҡ.

– Мобилизация тураһында ҡарар бөтә ир-егеттәргә лә ҡағылмай. Һүҙ запастағылар, хәрби тәжрибәһе, кәрәкле хәрби-иҫәп белгеслеге һәм ныҡлы сәләмәтлеге булғандар хаҡында бара. Беҙҙең резервистар Ватаныбыҙ тағы ла сиктәрҙе һаҡлауға саҡыра алыуын белә ине һәм быға әҙер ине. Бындай ваҡыт етте, – тине ул. – Республиканың хәрби комиссариаты бөтә кәрәкле саралар уҙғара. Республикала Юғары баш командующийҙың указын үтәү буйынса эште көйләүсе мобилизация штабы булдырылған. Беҙ дәүләт башлығы ҡуйған бурыстарҙы һөҙөмтәле һәм ваҡытында үтәрбеҙ, тип ышанам.

Башҡортостан Башлығы депутаттарға мөрәжәғәт итеп төбәктә тулы кимәлдә мәғлүмәт эшмәкәрлеген башларға ҡушты. Уларға ҡала һәм райондарға сығырға, кешеләр менән осрашырға, указ, махсус хәрби операция бурыстары тураһында аңлатма бирергә кәрәк.

– Хәүефле дезинформацияға ҡаршы торорға, уға ныҡлы кәртә ҡуйырға тейешбеҙ. Бының өсөн бар көсөнә пропаганда, илһөйәрлек эше менән шөғөлләнергә кәрәк. Хәҙер ул бигерәк тә мөһим. Шулай уҡ комитет ултырыштарында иҡтисадты мобилизациялау шарттарынан, махсус операцияла ҡатнашыусыларға һәм уларҙың ғаиләләренә өҫтәмә социаль ярҙам сараларынан сығып, ғәмәлдәге ҡануниәткә үҙгәрештәр индереү кәрәклеген тикшереүегеҙҙе һорайым. Улар – ысын геройҙар. Уларҙы иғтибар һәм хәстәрлек менән солғап алырға тейешбеҙ.

Радий Фәрит улы халыҡты берләшергә саҡырҙы.

– Әле бөтә илдә тиҙ арала дөйөм еңеү өсөн йәмғиәтебеҙҙе берләштереү тураһында саҡырыу яңғырай. Башҡаса килеп сыҡмаясаҡ! Башҡортостандың илебеҙҙең оборона ҡалҡанын нығытыуға индергән өлөшө һәр саҡ ҙур булды. Шулай булды һәм шулай буласаҡ та. Ышанам, беҙ һынатмаҫбыҙ! – тине ул. – Был яҙмышлы, яуаплы мәл беҙҙән түҙемлелек, аңлылыҡ, берҙәмлек талап итә. Яугирҙәребеҙгә һәм махсус хәрби операция бурыстарын үтәүгә тотонорға тейешле кешеләргә әйткем килә. Беҙ һәр ваҡыт һеҙҙең менән! Иҫән-һау әйләнеп ҡайтығыҙ! Беҙҙең эш – уң! Беҙ еңәсәкбеҙ!

Фото: Башҡортостан Башлығы сайты. 

 

Автор:Альфия Мингалиева
Читайте нас в