Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
22 Сентябрь , 13:00

Уңыш сере – берҙәм хеҙмәттә

Бөгөн Дибаевтарҙың крәҫтиән (фермер) хужалығының 1756 гектар ере, келәттәре, ремонт оҫтаханаһы, үҙ автопаркы бар.

Уңыш сере – берҙәм хеҙмәттә
Уңыш сере – берҙәм хеҙмәттә

Дибаевтар Әлшәй районында алдынғы фермерҙар булараҡ билдәле. Ауыл хужалығы өлкәһендә эшмәкәрлеккә нигеҙҙе ғаилә башлығы Миңлевәдүт Ғарифулла улы һала. Оҙаҡ йылдар колхозда баш агроном булып хеҙмәт иткән ир-уҙаманы 1993 йылда Ниғмәтулла ауылында үҙ эшен асырға батырсылыҡ итә.

Ғүмер буйы колхозда һауынсы булып хеҙмәт иткән ҡатыны Флүрә Миңлеғәле ҡыҙы һәм биш улы ла ғаилә башлығының башланғысын күтәреп ала. Колхоздан сыҡҡан ваҡытта Дибаевтар иҫке генә трактор, бер аҙ орлоҡ ала. Ҡуртымға 200 гектар ер бүләләр.

Беренсе йылда 70 гектар бойҙай, 50 гектар һоло, унар гектар көнбағыш менән шәкәр сөгөлдөрө сәсәләр. “Беларусь” тракторы һатып алалар. Ул ваҡытта заманалар ҡатмарлы, хаҡтар тотороҡло булмай, алған кредит суммалары ла үҫә. Бәхеттәренә күрә, шул йылы шәкәр сөгөлдөрө ишелеп уңа, шул арҡала банкка булған бурыстарын ҡаплай алалар.

Бөгөн Дибаевтарҙың крәҫтиән (фермер) хужалығы республикала алдынғылар рәтендә. Уларҙың 1756 гектар ере, келәттәре, ремонт оҫтаханаһы, үҙ автопаркы бар. Хужалыҡ бойҙай, борсаҡ, шәкәр сөгөлдөрө, көнбағыш үҫтерә. Киләсәктә сәсеү майҙандарын киңәйтергә, таҙартыу-киптереү комплексы һатып алырға, техниканы яңыртырға күҙаллайҙар.

“Рәсәйҙең иң яҡшы сөгөлдөр үҫтереүсе хужалығы” конкурсы һөҙөмтәләре буйынса Дибаевтар КФХ-һы 2016, 2017 йылдарҙа – өсөнсө, 2019 йылда – икенсе, ә 2020 йылда беренсе урын яулай.

Хужалыҡтың  "ФЕРМЕР ОНЛАЙН 102" тип аталған үҙ ютуб каналы ла бар, Дибаевтар унда эшмәкәрлектәре, нисек ял итеүҙәре тураһында һөйләй, тәжрибә уртаҡлаша.

Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, былтыр Миңлевәдүт Ғарифулла улы донъя ҡуя, әммә, быуындар бәйләнеше өҙөлмәй – ул башлаған фермерлыҡ эшен  улдары, ейәндәре дауам итә.

 “Ғаилә берҙәм булһа, тормошта бөтә ауырлыҡтарҙы ла еңеп сығып була. Ағайҙарым, ҡустым менән бергә атайыбыҙҙың эшен дауам итеүебеҙгә сикһеҙ шатмын.  Хәҙер беҙҙең улдарыбыҙ ҙа үҫеп, буй етеп, беҙгә ярҙам итә. Хәләл ефеттәребеҙ ҙә һәр башланғысыбыҙҙы хуплап торалар. Уңышлы эшмәкәрлегебеҙҙең дә сере тап шунда”, – ти хужалыҡ башлығы бурыстарын үҙ иңенә алған Илһам Дибаев.

Фото: ғаилә архивынан.

Автор:Римма Султанова
Читайте нас в