Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
22 Сентябрь , 21:00

Ял көндәрендә һеҙҙе "Татлы бал" көтә

Күргәҙмә-йәрминкә иртәнге 9-ҙан киске 18.00 сәғәткә тиклем уҙасаҡ.  

Ял көндәрендә һеҙҙе "Татлы бал" көтә
Ял көндәрендә һеҙҙе "Татлы бал" көтә

24-25 сентябрҙә "Татлы бал" республика бал күргәҙмә-йәрминкәһе үтә. Сара башҡорт балын популярлаштырыу, "Апимир" халыҡ-ара умартасылыҡ форумына әҙерләнеү маҡсатында уҙғарыла.

Яңы уңышты, шулай уҡ умартасылыҡ кәрәк-ярағын баш ҡаланың Ленин майҙанында һатып алырға мөмкин буласаҡ. Һәр кем татлы балдың төрлө төрҙәрен тәмләп ҡарай аласаҡ. Йәрминкәгә килгәндәр өсөн шулай уҡ күргәҙмә экспозициялары тәҡдим ителәсәк, унда умартасылар балдың составы, файҙаһы тураһында һөйләйәсәк, байрам концерты ойоштороу ҡаралған. Сара умартасыларға үҙ-ара бәйләнеш булдырырға, тәжрибә уртаҡлашырға, тармаҡтың яңы технологиялары менән танышырға мөмкинлек бирәсәк.

Йәрминкә иртәнге 9-ҙан киске 18.00 сәғәткә тиклем үтә.

2023 йылдың сентябрендә Өфөлә "Апимир" халыҡ-ара форумын уҙғарыу планлаштырыла. Сара бал етештереүселәрҙе, технологтарҙы йыясаҡ. Ғалимдар, эшкәртеүселәр, умартасылар, шулай уҡ Рәсәйҙә һәм сиктәш илдәрҙә ҡорамалдар етештереүселәрҙең ҡатнашыуы көтөлә.

Белешмә:

Башҡортостанда 298 мең умарта бар, шуларҙың 3,2 меңе - ауыл хужалығы предприятиеларында, крәҫтиән (фермер) хужалыҡтарында — 29,5 мең, шәхси секторҙа — 265,2 мең. Башҡортостанда йыл һайын һатыу өсөн 5-6 мең тонна бал етештерелә. Был - Рәсәйҙә иң яҡшы күрһәткес.

Фото: "Башинформ".

Автор:Римма Султанова
Читайте нас в