

Тормош булғас, төрлө хәлдәр осрай, һәр кемдең яҙмышы үҙенсә, бер иш түгел. Берәүҙәр һынауҙарҙы намыҫ менән үтһә, икенселәр юғалып ҡала, башҡаларҙан кәңәш һораусылар ҙа бар.
Түбәндәге хат авторы ла гәзит уҡыусыларҙың кәңәшенә мохтаж. “Бәлки, һеҙҙең тормошта ла ошондайыраҡ ваҡиға булғандыр? Бәлки, әлеге ваҡытта ла кемдер ошондай хәлдәлер?” – тип яҙған Фирүзә исемле ҡатын. Уның хатын һеҙгә лә тәҡдим итәбеҙ.
“Миңә – 28 йәш, иремә – 27. Байтаҡ танышып йөрөп, бер-беребеҙҙе яҡшы белгәс, йөклө икәнлегем асыҡланғас, ирем менән уның ата-әсәһе янында йәшәргә ҡарар иттек. Аҙаҡ ҡына хаталы аҙым яһағанымды аңланым, тик һуң ине...
Башта барыһы ла яҡшы барҙы. Ҡәйнәм дә бик хәстәрлекле ине, хатта миңә, бала көткән килененә, айырым ашарға бешерҙе, бәпес донъяға килгәс, уны ҡарашырға ярҙам итте. Артабан яйлап ҡына ошо барлыҡ мәшәҡәттәр үҙ иңемә төштө. Ул үҙе барыһын да кәйефе булһа ғына эшләй ине. Сәләмәтлеге арыу ғына булһа ла, үҙ тормошо менән йәшәй бирҙе, хатта бармағын саҡ ҡына ҡанатһа ла, көн дауамында үҙенең бүлмәһендә яратҡан фильмдарын ҡараны.
Мин барлыҡ йорт мәшәҡәттәрен шым ғына атҡарҙым. Тик аҙаҡ ҡына бөтәһен дә дөрөҫ эшләмәгәнемде аңланым. Был ваҡытта ҡәйнәм миңә аҡыл өйрәтә башланы. Башта уҡ фатир иремдеке тип әйтһәләр ҙә, был ысынбарлыҡта һиҙелмәй ине. “Баланы яңғыҙың да тәрбиәләй алаң инде”, – тип йөрәгемде әрнеткән, илатҡан осраҡтары күп булды.
Тағы шуныһы: ирем менән минең бер ҡасан да ҡулыбыҙҙа аҡса булманы. Ирем һәм уның атаһы эш хаҡтарын алып ҡайта ла ҡәйнәмә тотторор ине. “Ә ниңә миңә аҡса бирмәйһең?” – тип иремдән һорағас, “Аҡса тота белмәйһең”, – тип кенә мығырланы. Ә кейәүгә сыҡҡанға тиклем үҙемдең аҡсам үҙемә китә ине.
Ирем алһыҙ-ялһыҙ эшләне, ә мин бала менән өйҙә ултырҙым. Ғаиләбеҙҙә янъял ҡуба, аҙналар буйы һөйләшмәй башланыҡ, ә ҡәйнәм улына һәм иренә ярар өсөн көн һайын йылмайҙы, матур итеп ҡаршыланы. Әле лә шулай. Ә мин нимә эшләргә лә белмәйем. Сығып китер инем, атай-әсәйем, яҡын туғандарым юҡ. Ҡала егетенә кейәүгә сыҡҡас, ятаҡтағы бүлмәмдән дә баш тартҡайным... Ҡайҙа барырға? Нимә эшләргә? Нисек тормошомдо үҙгәртергә?”
- Айһылыу НИЗАМОВА