Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
23 Сентябрь , 15:50

Балағыҙҙың мәктәпкә тиклемге юлы хәүефлеме?

Башҡортостандың Йәмәғәт палатаһы ата-әсәләр өсөн «Баланың мәктәпкә тиклемге маршруты ни тиклем  хәүефһеҙ?» тигән һораулама иғлан итте.

Балағыҙҙың мәктәпкә тиклемге юлы хәүефлеме?
Балағыҙҙың мәктәпкә тиклемге юлы хәүефлеме?

Хөрмәтле мәктәп уҡыусылары һәм мәктәпкәсә йәштәге балаларҙың ата-әсәләре! 2022 йылдың 23 сентябренән 2 октябренә тиклем Башҡортостан Республикаһының Йәмәғәт палатаһы «Баланың мәктәпкә тиклемге маршруты ни тиклем хәүефһеҙ?» тигән һорау алыуҙа ҡатнашырға саҡыра.

Ойоштороусыһы - Башҡортостан Республикаһының Йәмәғәт палатаһы. Алынған яуаптарға анализ яһаласаҡ, кәрәк булғанда йәмәғәт тикшереүҙәре ойоштороласаҡ. Йомғаҡтар буйынса профилле министрлыҡтар һәм ведомстволар, шулай уҡ республиканың муниципаль берәмектәре хакимиәттәре ҡатнашлығында түңәрәк өҫтәл үткәреләсәк.

Ата-әсәләргә алты ябай һорауға яуап бирергә кәрәк, уларҙың һуңғыһында билдәле бер участкала мәктәпкә йәки балалар баҡсаһына тиклем баланың юл хәүефһеҙлеген тәьмин итеү тураһында фекерен белдерергә мөмкин.

Һорауҙарға түбәндәге һылтанма аша инеп яуап бирергә мөмкин: https://forms.gle/w7SQCvxGGoSswMSU6

Фото: https://forms.gle/w7SQCvxGGoSswMSU6

Автор:Карима Усманова
Читайте нас в