

Баҙарҙа балдың ниндәй генә төрө һатылмай: йүкә, ҡарабойҙай, көнбағыш, сәскәнән тиһеңме, кәрәҙлеме, солоҡтоҡомо...
Шулай ҙа ялған бал һатыусылар ҙа осрап ҡуя. Берәүҙәр тәбиғи продукция шыйыҡ булырға, икенселәр – кристаллашырға, йәғни шәкәрләнергә тейеш тип уйлай. Өсөнсөләр, бал аҡ төҫтә булмай, ул шәкәр ҡушҡанға ағара тиһә, бәғзеләр, аҡ бал – дауалай торған иң яҡшы ризыҡ, тиҙәр. Ысын балды нисек һайларға?
Яҡшы сифатлы балдың төп күрһәткесе – тамаҡты ҡамаштыра торған булыуы, телдә оҙаҡҡа ҡала торған тәме һәм, ауыҙға ҡапҡас, тиҙерәк һыу эске килеү тойғоһо. Әгәр банка төбөнә төпрә ултыра икән, был – насар бал.
Яңы айыртылған бал йәй аҙағы – көҙ башында шыйыҡ була.
Йүкә балы асыҡ һары төҫтә, көслө үҙенсәлекле еҫле. Шәкәрләнгәндә алтынһыу аҡһыл төҫкә инә. Аҡ акация балы иһә төҫһөҙ, һыу шикелле үтә күренмәле. Әкрен шәкәрләнә, оҙаҡ ваҡыт шыйыҡ килеш ҡала. Шәкәрләнгәндә ҡар кеүек ап-аҡ була. Ҡарабойҙай балы ҡара-ҡыҙғылт төҫтә, үҙенсәлекле тәмле, шәкәрләнгәндә бутҡа һымаҡ массаға әүерелә. Бәпембә балы шыйыҡ, алтынһыу төҫтә, ләкин бик тиҙ шәкәрләнә.
Балды ағас һауытта һаҡларға кәңәш итәләр. Уны 37 градустан юғары йылытырға ярамай, артыҡ эҫелектән ул сифатын юғалта, тәме, төҫө һәм еҫе юғала.
Кәримә УСМАНОВА