

Умарта тотҡандар, солоҡ япҡандар, ҡортсолоҡ тигән бик боронғо һәм башҡортто башҡорт иткән кәсепкә тотонғандар барыбер хәлле йәшәй. Бөрйәндә – кемеһенә барма – хан һарайылай донъя, техникалары ла яңы, заманса, балаларын да уҡыталар, хатта ҡаланан фатир ҙа һатып алып бирәләр ошо алтынға бәрәбәр валютаға!
Ғәлиәкбәр ауылы осондағы Байғазиндарға осраҡлы ғына барып юлыҡтыҡ. Ҙур ихаталағы бәләкәй өйҙән әйҙүкләп бер ханым килеп тә сыҡты. Бирәм тигән ҡолона сығарып ҡуйыр юлына, ти бит халыҡ әйтеме – әллә ҡайҙан эҙләгән умартасыбыҙ нәҡ ошонда йәшәй булып сыҡты.
Илүзә Фазулла ҡыҙы менән Илһам Миңләхмәт улы Байғазиндар, үҙҙәре әйтмешләй, ҡорт көсө менән йәшәй.
“Икебеҙ ҙә Ғәлиәкбәрҙән. 1992 йылда өйләнештек. Биш балаға ғүмер һәм тәрбиә бирҙек. Хәҙер хаҡлы ялдамын. Илһам 30 йылдан ашыу “Шүлгәнташ” ҡурсаулығында ҡорт ҡарай. Унда ла 90 баш тирәһе ҡорто бар. Улыбыҙ Илфаҡ та атаһы юлынан китте – ул әле Бәккәндә ҡорт үрсетә. 70-ләгән умартабыҙ бар. Илфаҡ солоҡ менән дә булыша. 15 йәшенән атаһына ҡорт ҡарашты. Әле бына шул бал аҡсаһына өр-яңы машина алды, ҙур итеп өй һалып йөрөй. Йәш ярымлыҡ улы Ринатты ла солоҡсолоҡҡа өйрәтәм, ти. Киленебеҙ Зөһрә – Әлшәй ҡыҙы”, – ти алсаҡ хужабикә, тормош-көнкүрештәрен бәйән итеп.
Илүзә күп итеп өйрәк-ҡаҙҙар алған, баҡса тултырып йәшелсәһен дә үҫтерә, иренә ҡорттарҙы ла ҡараша.
Быйыл 25-ләп феләк бал бороп алғандар, былтыр 35 булған. Әле 200 литрлыҡ мискәләрҙә былтырғы балдары ултыра. Былары – сағыштырмаса һандар.
Клиент эҙләп әллә ҡайҙа йөрөмәй Байғазиндар – Бөрйән балын Санкт-Петербургтан, Мәскәүҙән, Өфөнән күмәртәләп килеп алалар. Татарстанға ике феләк һатып ебәргәндәр.
Ҡорт тотоу балаларҙы уҡытҡанда ла ярҙам иткән. Илгизәләре, Башҡортостан дәүләт аграр университетын тамамлап, Өфөлә эшләп йөрөй. Бал аҡсаһына уға фатир һатып алғандар.
Илфаҡ Стәрлетамаҡта мебель колледжын тамамлаған, ситтән тороп Өфө урман техникумында уҡый. Илсиәләре, Өфө йылға техникумын тамамлап, Дим биҫтәһендә эшләй. Илзирә IX класта уҡый. “Баҡсалағы ҡорттар минеке” тип ышаныслы һөйләшкән VII класс уҡыусыһы Илнур – ҡорттарҙы ҡарауҙа ата-әсәһенең төп ярҙамсыһы.
“Ике йыл элек инсульт кисерҙем. Хәрәкәттә – бәрәкәт, тип ҡыбырларға тырышам. Бына әле Бәккәнгә барып бал бороштом. Унда йәшәргә бөтә шарттар бар.
Былтыр Илфаҡтың солоҡ балын экспертизаға алып барғайныҡ, һөҙөмтәлә, ҡорттарығыҙ 144 сәскәнән бал йыйған, тинеләр. Илфаҡтың түмәр-умарталары 33-кә етте. Солоҡсолоҡ менән ныҡлап шөғөлләнгәненә – дүрт йыл. Ҡыш умарталар, моҙғалар эшләп һата”, – ти улының ата-бабаларыбыҙҙың боронғо кәсебенә күңел һалғанына ҡыуанған әсәһе.
Стәрлетамаҡ мәҙәни-ағартыу техникумында баян йүнәлешендә уҡыған Илүзә тәүҙә мәктәптә балаларға музыканан белем бирһә, аҙаҡ, ҡортсолоҡҡа мөкиббән бирелеп, эшен ташлаған. Бәй, нәҙекәйбилдәрҙең күңелле безелдәшеүе, үҙҙәре генә белгән телдә Раббыһын зекер итеп “донъя көтөүе” – үҙе бер илаһи моң, тынмаҫ музыка бит ул!
Ҡорт телен аңлай белгән Илүзә, Илһам, Илфаҡ, Илнур кеүектәргә генә был Ҡөрьәндә телгә алынған мәхлүктәр үҙ хикмәтен асалыр ҙа үҙ ниғмәтен күмәртәләп бирәлер, моғайын.
- Айһылыу ҒАРИФУЛЛИНА
Бөрйән районы