Йәмғиәт
23 Сентябрь 2022, 11:21

Бер һөйәркә тарихы

Бәхеттән дә туяһың икән...

ВКонтактеВКонтакте
Фото:ВКонтакте

Тол ҡалғаныма өс йыл булғанда осраштыҡ уның менән. Тирә-яғымда йырып сыҡмаҫлыҡ булып өйөлгән мәшәҡәтле мәлемдә ике сөм күк күҙҙең шатлыҡ сәсеп миңә төбәлеүе аптыратты тәүҙә. “Бынау нимәгә шулай ҡыуанып тексәйгән була икән, һе...” – тигән фекеремдән аҙаҡтан икәүләшеп көлөргә насип булды.

Башкөлләй сумдым ошо мөнә­сәбәткә. Ҡатыны, балалары булыуын шунда уҡ әйтһә лә. Айырыл­маҫын белдерһә лә. “Ризамын, эйе, ризамын”, – тип ҡосағына сумдым. Кәрәкмәй, бер нимә белгем, бер нин­дәй ҡағиҙәләр тураһында ишеткем килмәй! “Ярат ҡына мине. Яным­да бул. Таш-ла-ма ғы-на”, – тип һулҡылданы йөрәгем. Шул тиклем бәхетле булғым килгәндер ин­де. Аҙға, бик аҙға ғына булһа ла.

Осрашыуҙар өсөн айырым фатир, уңайлыҡтар тыуҙырылды. Сәскәләр, бүләктәр тураһында һүҙ ҙә юҡ. Бергә сәйәхәт итеүҙәр, урман-ҡыр гиҙеүҙәр, йылға-күлдәрҙә йөҙөүҙәр... Башҡортостаныбыҙҙың матурлығын бүләк итеүсе генә түгел, юғалтыуҙан әрнегән йөрәк ярама кәрәкһә – йылы ғына, талап ителһә – һалҡынса тынын өрөп, имләүсем ул. Йәшәйештең йәмен күреүҙән мәхрүмгә әйләнә башла­ғанда йыһандан ҡотҡарыусы итеп ебәрелгән кеше – минең йәрем.

Һөйәркәлек стажының беренсе йылында билдәле бер тәртипкә өйрәндем: байрамдарҙа саҡ ҡына алда ҡотланаһың, бүләктәрен алаһың, ҡайҙалыр бер-ике көнгә ялға бараһың. Барыһы ла аңлашыла, сөнки байрам көнөндә ул ғаиләһе менән. Шылтыра­тыуҙарҙы ла тик ҡабул итергә, йәғни үҙем шылтыратмаҫҡа өйрән­дем. Ә, юҡ, уның яғынан тыйыуҙар булманы бер ҡасан да. Киреһенсә, “һинән шылтыратыу көтһәң, һағыныуҙан һарғайып үлерһең” тигән һүҙе күңелемә майҙай яғылыр ине.

Психологияла “манипуляция” тигән төшөнсә бар. Был өлкәлә белгес булараҡ, уларҙы ҡуллана беләм. Шылтыратмау – ябай манипуляция ысулдарының береһе генә. Үҙемдең зарығып телефоным экранында “ҠӘҘЕРЛЕМ” тигән яҙыу күренеүен көтөүем тураһында ләм-мим. Ярайһы уҡ оло, тормоштоң әсеһен-сөсөһөн татыған, олпат, абруйлы ирҙең янымда булыуы, ҡыҙымды ҡайғыртыуы, дуҫтары менән таныштырыуы минең өсөн әллә ниндәй мәртәбә булды. Миңә уның янымда булыуы ла етә ине. Тормош ҡыҙыҡ: иремдән башҡа бер кемде лә яратмаҫмын тип ҡайһылай яңылышҡанмын, тигән уйҙар ҙа башыма инеп сыҡҡаны булды. Уны тыңлау, йоҡлағанда тын алышын ишетеү, саллана башлаған йомшаҡ сәстәрен һыйпау иң тәүҙә үҙемә аңлатып булмаҫлыҡ татлы тойғолар бүләк итә ине.

Бер нисә йыл дауам иткән иҫ киткес романтик мөнәсәбәттәрҙән дә туяһың икән. Дөрөҫөрәге, үҙең­дең ошо ролгә риза булыуыңдан. Кемдәрҙәндер йәшенергә тура килеүҙән. Уның еҫенә, ҡулына, ирененә, тауышына, осҡон сәскән күҙенә, мыйығына, аҡ ҡына тигеҙ тештәренә эҫенгәндән-эҫенә барыуыңдан. Уның тәүлек әйләнәһенә яныңда булыуын теләүеңдән. Һағыныуҙан. Көтөүҙән. Ялҡаһың. Унан түгел, ә уны “үҙеңдеке генә” итергә маташыуҙан. Ошо хаҡтағы буш хыялдарҙан. Ярты йылдай үҙемдең хистәремде күҙәтеп йәшәнем дә бер һүҙ ҙә әйтмәй ҡайттым да киттем. Шылтыратыуын 10 ноябрҙә – уртаҡ байрамыбыҙҙа ғына ҡабул иттем. Аңлаштыҡ, әммә килергә рөхсәт итмәнем.

Хистәреңдән өркмәҫкә, был хаҡта һөйләшә белергә, ир менән ҡатын араһында ғына була торған борсолоуҙарҙы оялмай асып һалырға өйрәндем унан. Һәм, яратҡан кешең ҡайҙа йәшәһә лә, һау һәм иҫән булыуы ғына ла бәхет икәненә төшөндөм. Был тойғо әрнеүһеҙ һәм үкенесһеҙ. Әле булһа ла йөрәгемдә УҒА ҡарата оло хөрмәт, илаһи һөйөү йәшәй. Аҙ, бик аҙ ғына янымда булған йәремә мең рәхмәт...

- Әлмира ИСХАҠОВА

Читайте нас