Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
23 Сентябрь , 17:15

Һеҙгә повестка килде. Нимә эшләргә?

1997 йылдың 26 февралендәге 31-се Федераль законда был һорауға яуап бирелгән.

Һеҙгә повестка килде. Нимә эшләргә?
Һеҙгә повестка килде. Нимә эшләргә?

Был һорауға яуап - 1997 йылдың 26 февралендәге «Рәсәй Федерацияһында мобилизация әҙерлеге һәм мобилизация тураһында»ғы 31-се Федераль законда.

…10-сы статья. Граждандарҙың бурыстары

1. Граждандар түбәндәгеләрҙе үтәргә бурыслы:

1) мобилизация осоронда һәм һуғыш ваҡытында үҙенең тәғәйенләнешен билдәләү өсөн хәрби комиссариат, запасҡа эйә булған федераль башҡарма власть органы саҡырыуы буйынса килергә;

2) хәрби комиссариаттан, запасҡа эйә булған федераль башҡарма власть органынан алған мобилизация күрһәтмәһендә, көн тәртибендә һәм бойороҡта билдәләнгән талаптарҙы үтәргә;

3) Рәсәй Федерацияһы ҡануниәтенә ярашлы, һуғыш осоронда илдең оборонаһын һәм дәүләт хәүефһеҙлеген тәьмин итеү маҡсатында үҙенең милкендә булған биналарҙы, ҡоролмаларҙы, транспорт сараларын һәм башҡа мөлкәтен бирергә (килтерелгән зыянды дәүләт Рәсәй Федерацияһы Хөкүмәте тарафынан билдәләнгән тәртиптә кире ҡайтара).

2. Граждандар мобилизация осоронда һәм һуғыш ваҡытында илдең оборонаһын һәм дәүләттең именлеген тәьмин итеү маҡсатында эштәр башҡарыуға йәлеп ителә, шулай уҡ билдәләнгән тәртиптә махсус формированиеларға индерелә.

3. Граждандар мобилизация әҙерлеге һәм мобилизация өлкәһендә үҙ бурыстарын үтәмәгән өсөн Рәсәй Федерацияһы ҡануниәтенә ярашлы яуап тота.

1997 йылдың 26 февралендәге«Рәсәй Федерацияһында мобилизация әҙерлеге һәм мобилизация тураһында»ғы 31-се Федераль законға һылтанма: http://kremlin.ru/acts/bank/10602/page/1

Автор:Гульдар Булякбаева-Бирганова
Читайте нас в