Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
23 Сентябрь , 16:40

Кемдәр саҡырыла?

Башҡортостанда өлөшләтә мобилизация башланды.

Кемдәр саҡырыла?
Кемдәр саҡырыла?

Өлөшләтә мобилизация сиктәрендә мәсьәләләрҙе тормошҡа ашырыу өсөн граждандарҙың мотлаҡ категорияһы саҡырыласаҡ. Был, әлбиттә, уҡсылар, танкистар, артиллеристар, водителдәр, механик-водителдәр.

Шул уҡ ваҡытта запастағы граждандарҙы саҡырыу сираты ҡуйылмаған. Әммә шул уҡ ваҡытта өҫтөнлөк яраҡлы хәрби-иҫәп белгестәренә бирелә. Саҡырылған граждандарҙың һаны тупланған хәрби частарҙың штат ихтыяжына ҡарап билдәләнгән. Төп шарттарҙың береһе – запастан саҡырылған граждандарҙың хәрби тәжрибәһенең булыуы.

“Шуны билдәләргә кәрәк, повестканың килеүен көтмәй, үҙҙәре хәрби комиссариатҡа килгән егеттәр күп”, - тип һыҙыҡ өҫтөнә алды Башҡортостандың хәрби комиссары полковник Михаил Блажевич.

Рәсәй ҡануниәтенә ярашлы, граждандарҙы мобилизация буйынса хәрби хеҙмәткә саҡырыуға рядовой һәм сержант хәрби званиеһы булған – 35 йәшкә тиклемгеләр, кесе офицерҙар – 50 йәшкә тиклемгеләр, 55 йәшкә тиклемге өлкән офицерҙар ҡаралған.

Әлбиттә, ҡатын-ҡыҙҙар биләгән, ошоға ярашлы хәрби-иҫәп белгеслегенә эйә булған вазифалар ҙа бар. Уларға, мәҫәлән, медицина хеҙмәткәрҙәре ҡарай, әммә бындай белгестәргә ихтыяж аҙ.

Рәсәй Федерацияһы ҡануниәтенә ярашлы, саҡырылмаясаҡтар:

бронь бирелгән оборона-сәнәғәт комплексы хеҙмәткәрҙәре;

һаулыҡ торошо буйынса ваҡытлыса хәрби хеҙмәткә яраҡһыҙ тип танылған граждандар;

ғаилә ағзаһын йәки I төркөм инвалиды булған кешене даими ҡараған граждандар;

16 йәшкә тиклемге дүрт һәм унан күберәк бала ҡараған граждандар;

уларҙан тыш, әсәләренең ирһеҙ тәрбиәләгән һигеҙ йәшкә тиклемге дүрт һәм унан күберәк балаһы булған граждандар;

дәүләт аттестацияһы булған вуздарҙың көндөҙгө бүлектәрендә белем алған, запаста булмаған, өлөшләтә мобилизация ваҡытында саҡырыуға ҡаралмаған студенттар;

бакалавриатты тамамлағандан һуң, магистратураға йәки аспирантураға уҡырға ингәндәрҙе лә саҡырыу кисектерелә.

Шул уҡ ваҡытта запастан саҡырылған граждандар һаны дөйөм мобилизацияланған кешеләр резервының бер процентынан артмаясаҡ.

Әгәр Рәсәй Федерацияһы граждандары Рәсәйҙән ситтә даими йәшәһә, улар хәрби иҫәптә тормаһа, мобилизация буйынса хәрби саҡырыуға ҡағылышы юҡ. Рәсәй Федерацияһынан ситтә ҡыҫҡа сәфәрҙә булған һәм Рәсәйҙәге йәшәү урыны буйынса хәрби иҫәптә торһа, өлөшләтә мобилизация сиктәрендә хәрби хеҙмәткә саҡырылырға мөмкиндәр.

Түләүҙәргә килгәндә: мобилизация буйынса хәрби хеҙмәткә саҡырылған граждандар статусҡа, контракт буйынса хәрби хеҙмәт үткән хәрби хеҙмәткәрҙәр кеүек, түләүҙәргә һәм барлыҡ социаль гарантияларға эйә була.

“Мобилизация буйынса саҡырылған гражданға ай һайын хәрби званиеһы һәм вазифаһы буйынса окладҡа, “Хәрби хеҙмәткәрҙәрҙең ғүмерен һәм сәләмәтлеген мотлаҡ страховкалау тураһында”ғы Федераль законға ярашлы, аҡсалата түләү, хеҙмәт итеү шарттары менән бәйле төрлө өҫтәмәләр, страховка түләүҙәре түләнә, тип аңлатты республиканың хәрби комиссары полковник Михаил Блажевич. Аҡса хәрби хеҙмәткәрҙең шәхси иҫәбенә, уның теләге буйынса тулы күләмдә йәки өлөшләтә ғаиләһе ағзаларына күсерелә.

Өлөшләтә мобилизация тураһындағы һорауҙар өсөн "ҡыҙыу бәйләнеш" асылған. 122 һандары буйынса шылтырата һәм ҡыҙыҡһындырған һорауҙарҙы бирә алаһығыҙ.

Фото: i-gazeta.com/news/novosti/2

 

Автор:Айһылыу Низамова
Читайте нас в