Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
23 Сентябрь , 11:45

Өлөшләтә мобилизация тураһында һорауҙар күп...

Мәҫәлән, хәрби хеҙмәткә саҡырылған граждан ҡасан унан бушатыла ала? Яуапты сайтта ҡарағыҙ.

Өлөшләтә мобилизация тураһында һорауҙар күп...
Өлөшләтә мобилизация тураһында һорауҙар күп...

Өлөшләтә мобилизация тураһында һорауҙар бирелеүен дауам итә. 2022 йылдың 21 сентябрендә «Рәсәй Федерацияһында өлөшләтә мобилизация иғлан итеү тураһында»ғы Указға ҡул ҡуйылды.

Цитата: 3. ...Рәсәй Федерацияһының Ҡораллы Көстәренә мобилизация буйынса хәрби хеҙмәткә саҡырылған Рәсәй Федерацияһы граждандарының аҡсалата тәьминәт кимәле Рәсәй Федерацияһының Ҡораллы Көстәрендә контракт буйынса хәрби хеҙмәт үтеүселәрҙең аҡсалата тәьминәт кимәленә тиң, тип билдәләргә.

4. Хәрби хеҙмәткәрҙәр тарафынан хәрби хеҙмәт үтеү тураһында төҙөлгән контракттар, ошо Указ менән билдәләнгән сәбәптәр буйынса хәрби хеҙмәттән бушатыу осраҡтарынан тыш, өлөшләтә мобилизация осоро тамамланғанға тиклем ғәмәлдә ҡала.

5. Өлөшләтә мобилизация осоронда контракт буйынса хәрби хеҙмәт үтеүсе хәрби хеҙмәткәрҙәрҙе, шулай уҡ Рәсәй Федерацияһының Ҡораллы Көстәренә мобилизация буйынса хәрби хеҙмәткә саҡырылған Рәсәй Федерацияһы граждандарын хәрби хеҙмәттән бушатыуҙың түбәндәге нигеҙҙәрен билдәләргә:

а) йәш буйынса - хәрби хеҙмәт йәшенән үткәс;

б) һаулыҡ торошо буйынса - хәрби-табиплыҡ комиссияһы тарафынан хәрби хеҙмәткә яраҡһыҙ тип танылыу сәбәпле, атап үтелгән хәрби хеҙмәткәрҙәр биләй алған хәрби вазифаларҙа хәрби хеҙмәтен дауам итергә теләк белдергән хәрби хеҙмәткәрҙәрҙән тыш;

в) кешене иркенән мәхрүм итеү тураһында суд ҡарарының үҙ көсөнә инеүенә бәйле.

Указдың тулы версияһы ошонда: http://kremlin.ru/acts/news/69391

Автор:Гульдар Булякбаева-Бирганова
Читайте нас в