Йәмғиәт
23 Сентябрь 2022, 11:19

Өҙөлдө моң...

Юғалтыу һағышын күтәрә алманы.

sun9-30.userapi.comsun9-30.userapi.com
Фото:sun9-30.userapi.com

Зөһрә, йәшләй генә табышып ҡауышҡан ата-әсәһенең мөхәббәт емеше булып тыуып, һөйөү-наҙҙа ҡойоноп үҫте.

Урындағы хужалыҡта шофер булып эшләгән атаһы айырыуса яратты ҡыҙын. Кисен, уның эштән ҡайтыр мәл етһә, ҡапҡа янындағы эскәмйәгә сығып ултыра ла, ырҙын яғынан күҙ ҙә алмай, зарығып көтә башлай ҡыҙсыҡ. Машина геүләүен ишетеү менән томоролоп шул яҡҡа табан йүгерә. Атаһы, ҡылған кеүек ебәк сәстәре елдә елберҙәгән ҡыҙын әллә ҡайҙан абайлап, туҡтай ҙа ҡоласын йәйеп көтә башлай. Унан инде ҡыҙсығын күтәреп күккә сөйөп ала ла кабинаға, үҙе янына, ултырта.

Йыраҡ командировкаға, ҡалаға юлланғанында мотлаҡ Зөһрәһенә тип матур күлдәк, уйынсыҡ, төрлө төҫтәге кәнфиттәр, ауылдағы кибеттә һатылмаған тәмлекәстәрҙе тотоп ҡайтып инә. Әсәһе лә ярата ҡыҙын, тик ул терегөмөштәй тиктормаҫты тыйып ҡына тора, ҡыҙ кеше тәртипле, тыйнаҡ, йыйнаҡ булырға тейеш, тип өйрәтә.

Бына шулай үтте ете йәшкә тиклемге ғүмере Зөһрәнең. Мәктәпкә бара торған йәйҙә бәхетле ғаиләнең яҙмышын селпәрәмә килтергән ваҡиға булды: ҡаланан төҙөлөш материалы тейәп ҡайтып килгән атаһы, тау битләүе буйлап һуҙылған, ямғырҙан һуң тайғаҡҡа әйләнгән юлдан машинаһы менән төшөп китеп, вафат булды.

Атаһын күмәк кешеләрҙең тау битендәге зыяратҡа алып китеүен үҙ күҙе менән күрһә лә, Зөһрәгә ул бына-бына ҡайтып инер кеүек тойолдо, шуға күрә кистәрен ҡапҡа янындағы эскәмйәлә ултырып, ғәзиз кешеһен көтөүҙән, таныш машина тауышы ишетелмәҫме, тип тыңлауҙан туҡтаманы. Ҡарашы – ырҙын тарафында, ә үҙе ипләп кенә атаһынан отоп алған йырҙы көйләй:

Иҙел бит ул, тәрән бит ул,

Тәрән бит ул, киң бит ул,

Ҡараңғы төн, болотло көн –

Беҙ айырылған көн бит ул...

Әсәһен ҡайғы ла, донъя мәшәҡәттәре лә баҫты, сәңгелдәктә ятҡан ҡустыһы ла арыу уҡ ваҡытын ала, өҫтәүенә, ауыл клубында йыйыштырыусы булып эшләп тә йөрөй. Зөһрә уға ярҙам итергә тырыша: береһенән-береһе бәләкәйерәк ҡустыларын ҡараша, ҡош-ҡортто ашата, көтөү ҡайтыр алдынан быҙауҙы эҙләп алып ҡайта. Тик был эштәрҙе элеккесә ялпылдап, йүгереп йөрөп эшләмәй, әсәһе ҡушҡанға ғына башҡара...

Мәктәпкә барыу ҙа шатлыҡ бүләк итмәне ҡыҙға. Атаһын һағынып, уның менән үткән бәхетле мәлдәрен уйлап, үҙ донъяһына бикләнеүсән булып китте. Тиңдәштәре ыңғайына уҡырға, яҙырға өйрәнде, тик уҡыуға илтифат бирмәне. Ике ай самаһы уҡығас, ҙур байрамға тип концерт ҡуйҙылар. Уҡытыусыһы: “Зөһрә, һинең тауышың матур, концертта йырларһың, йәме”, – тигәс, ололарға ҡаршы һүҙ әйтеп өйрәнмәгән ҡыҙ, “ярай” тигәнде белдереп, баш ҡаҡты.

Бәләкәй генә ҡыҙсыҡтың күҙҙәрен билдәһеҙлеккә төбәп йыр һуҙыуынан ололар “аһ” итте.

Ҡараңғы төн, болотло көн –

Беҙ айырылған көн бит ул...

Был тиклем аһ-зарлы, моңло-һағышлы йырҙы тыныс ҡына тыңлау мөмкин түгел ине. Күптәр, бигерәк тә өлкән класс уҡыу­сылары һәм уҡытыусылар, күҙ йәшен йәшер­мәне, хатта мәктәп директоры булған оло йәштәге ир, һиҙҙермәҫкә тырышып, күҙ ситтәрен һөртөп алды. “Күңеле тулы моң-һағыш икән дә был баланың... Атаһын һағыныуы шул тиклемдер инде”, – тип һуңынан да бәләкәй Зөһрәне йәлләп бер булдылар.

Ошо концерттан һуң класс етәксеһе Зөһрәнең әсәһен күреп һөйләште. “Ҡыҙығыҙҙы табипҡа күрһәтергә кәрәктер ул. Дәрестә тиҙ арый, иғтибарын туплай алмай. Аңлайым, ҡайғылы сағығыҙ... Шулай ҙа иғтибар итегеҙ әле”, – тип кәңәш бирҙе.

Район үҙәгендәге табиптар төрлөсә тикшереп, бүлмәнән-бүлмәгә йөрөтөп ҡарағандан һуң, ҡыҙға ашығыс рәүештә йөрәгенә операция талап ителеүен әйтте. Зөһрәне алып ҡалдылар.

– Ярай, ҡыҙым, барыһы ла яҡшы булыр, табип ағай шулай тине бит. Миңә ҡайтырға кәрәк, ҡустыларың көтә. Иртәгә килеп етермен, яраймы, – тип ҡосаҡлап үпте лә әсәһе ҡайтыу яғына ашыҡты. Зөһрә уның артынан дауахана тәҙрәһенән оҙаҡ ҡарап торҙо. Һағыныуҙан өҙгөлән­гән, моң-зар тулы бәләкәс кенә йөрәктең ауыр операцияны күтәрә алмаҫын улар әлегә белмәй ине...

- Гөлдәр ЯҠШЫҒОЛОВА

Читайте нас