Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
23 Сентябрь , 14:27

Нәҙекәйбилдәр һымаҡ тырыш

Ул умартасылыҡ менән күптән ҡыҙыҡһына.

Автор фотоһы.
Фото:Автор фотоһы.

“Умартасылыҡ – минең өсөн эш тә, яратҡан һөнәр ҙә”, – ти Бодровка ауылынан борондан ҡалған кәсеп менән бер нисә йыл шөғөлләнгән Марат Йосопов.

Ул Янғантау балалар баҡсаһында хужалыҡ мөдире булып эшләй. Мәсетле районының Яуыш ауылында тыуып үҫкән. Башҡорт дәүләт педагогия университетын тамамлағас, “Ян­ғантау” шифаханаһында админис­тратор була, бер ни тиклем ваҡыт Себерҙә лә эшләй. Ҡатыны Лилиә Зөфәр ҡыҙы – шул уҡ балалар баҡсаһында психолог. Йосоповтар ғаиләһендә өс малай тәрбиәләнә. Улар атайҙарына бал ҡорттарын ҡарарға ярҙам итә.

Умартасылыҡ менән күптән ҡыҙыҡһынған Марат Мәҡсүт улы. Интернатта уҡығанда ул был һөнәрҙе үҙләштерә. Һуңынан шифахананан эштән сығып, Халыҡ мәшғүллек үҙәге аша үҙ шөғөлөн башларға 250 мең һум күләмендә субсидия алыуға өлгәшә. Был аҡсаға тырыш, тәүәккәл уҙаман бал ҡорттары һәм кәрәкле ҡорамалдар һатып ала. Тәүҙә уның 20 баш умарта бал ҡорто булһа, хәҙер улар –  30-ҙан ашыу.

Йәшеллеккә төрөнөп ултырған Сулпан ауылы – умарталыҡ өсөн уңайлы урын. Марат Мәҡсүт улы ауылдан йыраҡ түгел яланды кәртәләп алып, умарталарын шунда ултыртҡан. Бынан тыш, бал ҡорто күстәрен ул Дыуан районы яландарына ла алып бара.

– Бал ҡорттары, башлыса, сәскәнән, йүкәнән һут ала. Бигерәк тә йүкә балы тәмле. Былтыр бер тонна бал алдыҡ, – ти ул.

Йосоповтар – үҙ һөнәрен яратҡан, тырыш, башҡаларға өлгө булырлыҡ ғаилә. Һәр көн тырышып эшләһәң, иғтибарлы булһаң ғына ошондай һөҙөмтәгә өлгә­шергә була. Яҡшы умартасының балы насар булмай, тиҙәр. Ә Йосоповтар ғаиләһенең балы тәмле һәм шифалы.

- Лиана ВӘЛИУЛЛИНА
Салауат районы

Читайте нас в