Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
23 Сентябрь , 21:00

Нисек йәшәйһегеҙ, илештәр?

"Башҡортостан" гәзите журналистары район халҡының хәлен белешеп, көнитмешен күреп ҡайтты.

Нисек йәшәйһегеҙ, илештәр?
Нисек йәшәйһегеҙ, илештәр?

Бөгөн “Башҡортостан” гәзите хеҙмәткәрҙәре Илеш яғында командировкала булды. Игенселек буйынса дан тотҡан, иң яҡшы күрһәткестәргә өлгәшкән райондың ауыл хужалығы хеҙмәтсәндәре менән осраштыҡ.

Илеш уңғандары ураҡты тамамлаған, барлығы 70 мең гектарға яҡын майҙандан иген культуралары йыйып алынған. Гектар ҡеүәте уртаса 33,5 центнер булһа, тулайым йыйым 231 мең тоннанан артып китә. Был күрһәткес буйынса улар республикабыҙҙа икенсе урынды биләй. Әле райондың кукуруз һәм ҡарабойҙай баҫыуҙарында эш бара. Шул уҡ ваҡытта ерҙе туңға һөрөү ҙә иғтибар үҙәгендә. “Илеш” машина-технология станцияһы яуаплылығы сикләнгән йәмғиәтендә, Куйбышев исемендәге ауыл хужалығы предприятиеһында булып, эш барышын күрҙек.

Шулай уҡ һаулыҡ һаҡлау, педагогика өлкәһендәге хеҙмәт династиялары, үҙәк район китапханаһы эше менән таныштыҡ, Сүлте почта бүлексәһенең тырыш почтальондарын, Яңы Айыу ауылында күптән түгел төҙөлгән фельдшер–акушерлыҡ пунктын да күреп сыҡтыҡ. Урындағы башланғыстарға булышлыҡ итеү программаһынан да илештәр әүҙем файҙалана. Мәҫәлән, быйыл барлыҡ ауыл советтары ла конкурстан үтеп, ошо программаға ярашлы үҙҙәрендә эш алып бара. Ҡайҙалыр трактор ҡорамалдары алғандар, икенселәр һыу селтәрҙәрен ремонтлаған, балалар спорт-уйын майҙансығы ҡороу мәшәҡәттәре менән мәшғүлдәр ҙә бар.

Эшләһәң, эш ҡарышмай. Илештәр ҙә тырыш хеҙмәте менән райондарын күтәрә. Улар  тураһында мәҡәләләр гәзит биттәрендә донъя күрер.

Автор фотолары.

Нисек йәшәйһегеҙ, илештәр?
Нисек йәшәйһегеҙ, илештәр?
Нисек йәшәйһегеҙ, илештәр?
Нисек йәшәйһегеҙ, илештәр?
Нисек йәшәйһегеҙ, илештәр?
Нисек йәшәйһегеҙ, илештәр?
Нисек йәшәйһегеҙ, илештәр?
Нисек йәшәйһегеҙ, илештәр?
Автор:Резеда Шәнгәрәева
Читайте нас в