Йәмғиәт
23 Сентябрь 2022, 10:59

Рәйсә була алмаған Бәйсә

Life is Good сайтынан.Life is Good сайтынан.
Фото:Life is Good сайтынан.

Бөгөн иртән Стәрлелә йәшәгән оло ҡыҙым Гөлназ шылтыратты.

– Әсәй! Бәйсә апай күп итеп сәләм әйтте. Шуны һиңә эҫе көйө, тәп-тәмле мәлендә тапшыра һалырға ҡушты. Өләсәйемә лә әйтергә онотма, йәме. Янынан үтеп бара инем, танып, саҡырып алды. Һөйләп хәбәре бөтмәй бахырҡайҙың...

Әсәйем сәләм хужаһының кем икәнен онотҡан. Ауылға ҡайтыуыбыҙға һәттеюҡ ваҡыт үтте шул. Оноторһоң да.

– Урам буйында хәйер һорап ултырған апай. Осраған саҡта икәүләшеп оҙаҡ итеп һөйләшеп тора торғайнығыҙ бит. Иҫләйһеңме?

Оло кешемдең йөҙө балҡып китә. Тырыша торғас, сәләм хужаһын иҫенә төшөрҙө ул.

– Эйе шыу!.. Баҙар янындағы магазин төбөндә гел ултыра торғайны, әле һаман бар икән. Аллаһ Тәғәлә ғүмер биргәс, йәшәйһең инде. Тәҡдиреңә ҡаршы барып булмай бер нисек тә...

Үҙенең әҙерәк кенә тәртәһе ҡыйшая яҙып китә. Бәйсә апай бит урам буйында үҙ аяҡтарында атлап йөрөй. Хәйер һорашып ултырһа ла. Ә әсәйем түшәктә ята. Хаста төрмәлә кеүек... гел өйҙә. Карауатта. Ярай әле тороп ултыра ала. Уның бөтә донъяһы – тәҙрә. Бәләкәй генә тәҙрәгә бөтә йыһаны һыйған. Шатлығы ла, ҡайғыһы ла.

Миңә йәһәт кенә уның көйөн көйләп алырға кәрәк. Күңел ҡылы өҙөлөп ҡуймаһын, тим. Бер өҙөлһә, ялғап ебәреүе мәшәҡәтле юғиһә. Хас та сабый бала хөкөмөндә бит ул. Йөҙгә етеп килгәндә шундайға әйләнәһең икән.

– Әсәй! Бәйсә апай ҙа һинең кеүек йылы өйҙә, йылы түшәктә генә ятыр ине лә. Балалары уны урамға ҡыуып сығарған бит. Хатта пенсияһына тиклем үҙҙәре ала икән. Апайға бер тин дә эләкмәгәс, шулай хәйер һорап йән аҫрарға мәжбүр.

– Мәскәүҙә хәйер һораусы­лар­ҙың көн буйы теләнселәп йыйған аҡсаһын баҙар хужалары талап алып китә, тип ишеткәнебеҙ бар. Һинекен дә шулай таламайҙармы? – тип ҡыҙыҡһындым бер ваҡыт.

– Юҡ инде, туғаным! Эстәрлелә улай ҡурҡыныс юҡ. Көн буйы йыйған аҡсам ашарымдан артып китә әле. Ищеү фатирға ла түләргә ҡала. Балаларым кывартпылатаны минән түләттерә әтеү. Үҙем йәшәмәһәм дә, “һинең фатирың, түлә” тип шартлап ҡына торалар.

Ошо ваҡиғаларҙы әсәйемә яңынан һөйләп алдым. Ул бер аҙға шымып ҡалды. Бала төҫлө мыжырға уйлаған әсәйем хәйер һораған апайҙың сәйер исем менән йәшәүен дә иҫенә төшөрҙө.

– Ни эшләп исемең бөтөнләй беҙҙекенә оҡшамаған ул һинең, апай? – тип ҡыҙыҡһындым бер мәл.

– Һөйләһәң – һүҙ, төртһәң, күҙ инде, туғаным. Ысын матур исемем минең Рәйсә бит. Атайым митрикә алырға барғанда, мәктәптә “икеле”, “өслө” билдәһенә генә уҡып йөрөгән силсәүиттәге берәүҙең ҡыҙы эшләгән булған. Эт белһен инде?! Әллә атайыма үсе булған, әллә гырамыты етмәгән. “Рәйсә” урынына “Бәйсә” тип яҙған да ҡайтарған. Ғүмер баҡый йөрөнөм инде әллә ниндәй “Бәйсә” булып.

– Класташтарың үсеклә­мәнеләрме һуң?

– Үсекләү генә буламы?! Бә­ләкәй сағымда гел “Бетсә” тип йөрөттөләр. Ҡушаматым шулай ҡот осҡос ине. Ошо туҙға яҙмаған исемемде яҡлашып, малайҙар-ҡыҙҙар менән хатта ҡанға батҡансы һуғышып ҡайтҡан саҡтарым күп булды. Шулай итеп “Рәйсә” була алмай ҡартайҙым.

Мына, һинең әсәйеңдең исеме ҡайһылай матур – Тайфа. Бик һирәк осрай торған яңғырашлы боронғо исем! Исемдәрҙең мәғәнәһенә тиклем өйрәнеп бөткәйнем хатта. Хәҙер онотоп бөткәнмен. Урамда хәйер һорашып ҡартайҙым, туғаным!

Апайым мыш-мыш илап та ала. Бына нимәгә күҙҙәре мәңге бойоҡ икән уның?!

Күңелендәге юшҡынды иретеп төшөргөм килеп китә. Йыуатҡан булып, төрлө йылы һүҙҙәр һөйләргә тырышам. Бер мәлгә ул миңә иң-иң матур уйынсығын юғалтҡан бала төҫлө булып китә.

– Юҡ, туғаным. Йәшәремде йәшәгәнем, сабатам туҙған инде. Ошо исемем ләхет таҡталарым ябылғансы оҙатыр. Ҡәберемә “Бәйсә” булып ҡына барып ятырмын. Иң мөһиме, тегендә барғас ҡына мине бутап тормаһалар... Шуға эттәй ҡайғырып бер булам. Унда атай исеме менән саҡыралар, ти, тәүҙә. Шунан атаң-әсәң ҡушҡан исем өсөн дә яуап бирәһең икән...

Эсендә тамсы ғына ла кере булмаған ихлас күңелле, “Рәйсә” булыр өсөн донъяға килеп тә, мәңге ошо ҡәҙерле, яғымлы, наҙлы исем менән йәшәй алмаған оло йәштәге апайҙы йәлләп, үҙәгем өҙөлә минең. Өҙөлөр ҙә шул.

Әммә Аллаһ Тәғәләнең иң яратҡан ҡолдарының береһе ул. Шуға иманым камил. Ҡаҡса ғына кәүҙәһе, сибек кенә яурындары менән тәҡдиренә төшкән ауырлыҡ-һынауҙарға баш эймәй, ана нисек итеп уларҙы күтәреп килә ул үҙенең һикәлтәле-бормалы ғүмер һуҡмағында.

Фанилыҡтағы самалы ғына бәхете тауҙай булып уны баҡыйлыҡта һағынып көтә...

- Рәшиҙә ШӘМСЕТДИНОВА

Читайте нас