Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
23 Сентябрь , 08:00

Урам-ихатаңды биҙә лә аҡсалата бүләк ал!

Бында тынғыһыҙ, булдыҡлы хужалар йәшәгәне әллә ҡайҙан күренеп тора.

Урам-ихатаңды биҙә лә аҡсалата бүләк ал!
Урам-ихатаңды биҙә лә аҡсалата бүләк ал!

Саҡмағоштар күркәм йорттары, гөл-сәскәле ихаталары менән килгән һәр кемдә һоҡланыу тыуҙыра. Бында уңған, ижади ҡарашлы, тыуған төйәктәрен яратҡан, тынғыһыҙ хужалар йәшәгәне әллә ҡайҙан күренеп тора.

Саҡмағош ауыл биләмәһендә үткәрелгән “Иң яҡшы йорт алды ихатаһы” конкурсы биләмәләрҙе тәртиптә тотоу, йәшелләндереү инициативаһын үҫтереүгә, уңайлы йәшәү шарттары булдырыуға йүнәлтелгән дә инде. Быйыл унда 11 йорт хужаһы ҡатнашты. Яңыраҡ мауыҡтырғыс бәйгегә йомғаҡ яһалып, еңеүселәр билдәләнде, тип хәбәр итә “Игенсе” район гәзите хәбәрселәре.

Хәйер, конкурста ҡатнашҡан һәр кемде, һәр ихатаны еңеүсе тип иҫәпләргә була. Беренсе урынға – Зөфәр Сәйетгәрәевтең, икенсе урынға – Илдар Насировтың, өсөнсө урынға Алһыу Дәүләтованың йорт ихаталары сыҡҡан. Хужаларға Рәхмәт хаттары һәм аҡсалата бүләктәр тапшырылған.

Ауыл кешеләре күркәм йорттары менән матур. Саҡмағош ауыл биләмәһе хакимиәте белгесе Альбина Хажғәлиева әйтеүенсә, был юлы урам яғы, ихата алды биҙәлешенә иғтибар бирелгән.  Ауыл йәмен арттырған бындай егәрле, матурлыҡ яратҡан йорт хужаларына рәхмәттән башҡа ни әйтәһең!

Фото: "Игенсе" район гәзите.

Урам-ихатаңды биҙә лә аҡсалата бүләк ал!
Урам-ихатаңды биҙә лә аҡсалата бүләк ал!
Автор:Дина Арсланова
Читайте нас в