Йәмғиәт
24 Сентябрь 2022, 17:55

Тыныс йоҡо. Төнгөлөккә һеҙгә бер тарих.

Әүлиә өләсәһе һуғышҡа киткән малайҙарына өшкөрөлгән һайыҫҡан ите ашата...

Тыныс йоҡо. Төнгөлөккә һеҙгә бер тарих.Тыныс йоҡо. Төнгөлөккә һеҙгә бер тарих.
Тыныс йоҡо. Төнгөлөккә һеҙгә бер тарих.

"Ағиҙел" журналы хеҙмәткәре Гөлнара Хәлфетдинова социаль селтәрҙә бик ҡыҙыҡлы яҙма ҡалдырған.

"Бөйөк Ватан һуғышы башланып, мобилизация иғлан ителгәс, Әбйәлилдә йәшәгән яҙыусы Айһылыу Йәғәфәрова апайҙың әүлиә өләсәһе Нәзирә өйҙәге ике улы Фазлетдин менән Шәйхетдингә һәм Мөхәррәм ейәненә тышҡа сығып ниндәй ҙә булһа ҡош тотоп индерергә бойора. Тик ҡарға менән сәүкәгә генә теймәгеҙ, улар - беҙҙең изге ҡоштар, ти. 

Егеттәр өсөһө лә һайыҫҡан һуйып килтерә. Нәзирә өсөһөн дә бешереп, һәр береһенә үҙе тотҡан ҡоштоң итен имләп, доғалар уҡып ашата. Ә инде береһе Бөрйән районының Байназар ауылы яғында йөрөгән, икенсеһе Белоретта заводта эшләгән улдарының был йоланы атҡарыуҙан мәхрүм ҡалыуына илап бер була. Ысынлап та, ҡош ите ашап киткән өс егет тә һуғыштан имен-һау әйләнеп ҡайта, ҡалған икеһе һәләк була.

Ғаиләһенән биш егетте һуғышҡа алып киткәстәре, Айһылыу апайҙың олатаһы барса килендәренән дә ейән-ейәнсәрҙәрен үҙенә алдыра. Һеҙ уларҙы астан үлтереп ҡуйырһығыҙ, минең янда бирешмәҫтәр, ти. Башҡалар сәсмәгән картуфты сәсә, уны төндәрен ҡарауыллап сыға. Ейән-ейәнсәрҙәрен эйәртеп урманға ашарға яраған төрлө үҫемлек-тамырҙарҙы йыйырға йөрөй. Шулай итеп, уның ейән-ейәнсәрҙәре барыһы ла тере ҡала. (Хәтәр яҙмыштар хаҡындағы яҙмамдың дауамын "Ағиҙел" журналының 7-се һанынан уҡығыҙ)", - тиелгән унда.

Ысынлап та, уйландырырлыҡ яҙма. Ил-йорт тыныс торһон!

Автор:Гульдар Булякбаева-Бирганова
Читайте нас