

26 сентябрҙә Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров үткәргән Хөкүмәттең аҙналыҡ оператив кәңәшмәһендә фекер алышыу темаларының береһе – Бөтә Рәсәй уңайлы ҡала мөхитен булдырыу өсөн иң яҡшы проекттар конкурсында еңеү яулаған ауылдарҙы төҙөкләндереү булды.
Республиканың торлаҡ-коммуналь хужалыҡ министры вазифаһын башҡарыусы Ирина Голованова 2020 йылғы конкурс проекттары сиктәрендә Сибайҙа, Белоретта, Баймаҡта, Учалыла, Дәүләкәндә, Благовещенда, Йылайырҙа һәм Воскресенскиҙа төҙөкләндереүҙең беренсе этабын башҡарыуҙары хаҡында һөйләне. Төҙөлөш-монтажлау эштәрен 2022 йылдың 30 октябренә тиклем тулыһынса тамамлау күҙаллана.
2021 йылғы конкурс еңеүселәре иҫәбендә – Туймазы, Күмертау, Межгорье, Стәрлетамаҡ, Бөрө һәм Бәләбәй. Ошо тораҡ пункттарҙа беренсе этап буйынса уртаса әҙерлек – 63 процент. Объекттарҙа төп эш төрҙәре – тротуар плиткаһы һәм брусчатка түшәү, бордюрҙар ҡуйыу, яҡтыртыуҙы монтажлау, подъезд юлдарына асфальт түшәү.
– Яңыртылған йәмәғәт киңлектәре халыҡҡа уңайлы һәм хәүефһеҙ ял итергә, спорт менән шөғөлләнергә, саф һауала балалар менән йөрөргә мөмкинлек бирә, – тине Ирина Голованова.
Иң юғары әҙерлек проценты - Благовещенда. “Тарихи үҙәкте үҫтереү. Сығанаҡтарға ҡайтыу” программаһы 90 процентҡа тормошҡа ашырылған. Стәрлетамаҡта Ашҡаҙар йылғаһы яры 82 процентҡа төҙөкләндерелгән. Сибайҙағы һәм Бәләбәйҙәге объекттар 75 процентҡа әҙер.
2022 йылда бөтә Рәсәй конкурсында Ағиҙелдә, Дүртөйлөлә, Ишембайҙа һәм Яңауылда төҙөкләндереү концепциялары еңеп сыҡты. 2023 йылда ошо ҡалаларҙа йәмәғәт биләмәләре яңыртыла башлай.
Башҡортостан Башлығы конкурс ғаризаларының сифатын һәм проекттарҙың тормошҡа ашырылыуын юғары баһаланы.
– Республика ҡалаларын үҫтереү институтына ҡыҙыҡлы идеялары өсөн ҙур рәхмәт. Ғариза биреү кампанияһында ла, конкурсҡа йомғаҡ яһағанда ла барыһы ла һәйбәт, – тине Радий Хәбиров. – Проекттарҙы тормошҡа ашырып, бөтә эштәргә яуаплы ҡарауығыҙҙы һорайым.
Фото: Башҡортостан Башлығы сайты.