Йәмғиәт
26 Сентябрь 2022, 15:30

Мобилизация буйынса һорауҙар күп

Әле уларға тура эфирҙа яуап бирәләр.

Мобилизация буйынса һорауҙар күпМобилизация буйынса һорауҙар күп
Мобилизация буйынса һорауҙар күп

Әлеге ваҡытта Башҡортостан юлдаш телеканалында мобилизация мәсьәләләренә арналған тура эфир бара. Кешеләрҙән социаль селтәрҙәр аша килгән һорауҙарға Башҡортостандың хәрби комиссары, республика Хөкүмәте министрҙары бирә.

Башҡортостандың хәрби комиссары Михаил Блажевич аңлатыуынса, тәү сиратта армияла хеҙмәт иткән, хәрби тәжрибәһе, хәрби-иҫәп белеме булған 35 йәшкә тиклемге кешеләр саҡырыла. Һирәк һөнәргә эйә булғандарҙы йәки доброволецтарҙы 45 йәшкә тиклем саҡыралар. Доброволецтар – бөтә мобилизацияланғандарҙың 30 проценты самаһы, тине хәрби комиссар.

Әгәр мобилизацияланған кешенең запасҡа киткән саҡта яраҡлылыҡ категорияһына тап килмәгән ауырыуы бар икән, ысын категорияны табип комиссияһы билдәләйәсәк һәм кешене саҡырырғамы, юҡмы икәнлеге тураһында тейешле ҡарар ҡабул ителәсәк, тине Блажевич.

Студенттарға бәйле һорауҙар ҙа байтаҡ булды. Тәүге тапҡыр белем алған көндөҙгө бүлектәгеләр өсөн мобилизация кисектерелергә тейеш, тине комиссар Михаил Блажевич. Башҡортостандың мәғариф һәм фән министры Айбулат Хажин аңлатыуынса, был урта махсус һәм юғары уҡыу йорттарына ғына ҡағыла. Бакалавриат, магистратура, белгеслек – әгәр беренсе белем булһа, кисектерелергә тейеш.

Дәүләткә ҡарамаған юғары һәм урта махсус уҡыу йорттары кисектерелеүгә эләкмәй.

Шулай уҡ күптәрҙе табиптарға бәйле һорау борсой. Башҡортостан табиптарын өлөшләтә мобилизациялау сиктәрендә саҡырырыуҙары ихтимал, уларҙың һөнәрҙәре хәрби-иҫәптәгеләр исемлегенә инә. Был хаҡта һаулыҡ һаҡлау министры Айрат Рәхмәтуллин белдерҙе. Уның һүҙҙәренсә, республикала табиптар өсөн хәрби-ялан хирургияһы буйынса уҡытыу саралары әҙерләнгән. Әлеге ваҡытта дүрт фельдшер махсус операцияла ҡатнашыусы Шайморатов һәм Доставалов исемендәге ирекле батальондарҙы оҙатып бара.

Бынан тыш, Башҡортостандан медицина хеҙмәткәрҙәренең бишенсе бригадаһы ЛХР-ҙың Красный Луч ҡалаһында эшләй, урындағы халыҡҡа ярҙам күрһәтә.

Фото: spark.ru

Автор:Альфия Мингалиева
Читайте нас