

Башҡортостанда йәшәүселәр өлөшләтә мобилизацияға ҡағылышлы үҙҙәрен ҡыҙыҡһындырған һорауҙарға яуаптарҙы 122 (өҫтәмә - 1) һәм (347) 218-19-19 телефондары буйынса ала ала. Башҡортостандың Республикаға идара итеү үҙәге белгестәре социаль селтәрҙә республика халҡының һорауҙарына һәм комментарийҙарына тиҙ яуап бирә.
26 сентябрҙә “Аңлатабыҙ. Башҡортостан” ресурсында чат-бот эшләй башланы, ул мобилизация тураһындағы һорауҙарға яуап алырға ярҙам итәсәк. Был турала бөгөн Хөкүмәттең аҙналыҡ кәңәшмәһендә Башҡортостан Башлығының Социаль коммуникациялар буйынса идаралығы начальнигы Елена Прочаковская хәбәр итте.
Шулай уҡ бөгөн кис Башҡортостан телеканалында 19.30 сәғәттә махсус брифинг буласаҡ, унда халыҡҡа өлөшләтә мобилизация тураһында ентекле мәғлүмәт биреләсәк. Брифингта республиканың хәрби комиссары, республика Хөкүмәте министрҙары ҡатнашасаҡ. Тура эфирҙы БЮТ, Башҡортостан Хөкүмәте һәм Республикаға идара итеү үҙәгенең социаль селтәрҙәрендә ҡарарға була.
Фото: "Бәйләнештә".