Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
27 Сентябрь 2022, 21:30

Улар Рәсәй менән бергә булыу яҡлы

Референдумдың һуңғы көнө нисек үтте?

Улар Рәсәй менән бергә булыу яҡлы
Улар Рәсәй менән бергә булыу яҡлы

27 сентябрь - референдумдың аҙаҡҡы көнө, унда Донецк һәм Луганск халыҡ республикаларында, Запорожье, Херсон өлкәләрендә йәшәүселәр Рәсәйгә ҡушылыу мәсьәләһен хәл итә. Бөгөн тауыш биреү процедураһы һайлау участкаларында бара. Алда әйтеп үтелгән төбәктәрҙән күсеп килгәндәр өсөн улар Өфөлә һәм Стәрлетамаҡта ойошторолған. Береһе - баш ҡалалағы "Мотор эшләүселәр" мәҙәниәт һарайында.

Мәҙәниәт һарайының икенсе ҡатында дүрт һайлау участкаһы урынлашҡан, уларҙа Донецк, Луганск халыҡ республикалары, Запорожье һәм Херсон өлкәләре вәкилдәре эшләй. Һәр төбәк өсөн махсус зона бүленгән, унда тауыш биреү өсөн ябыҡ кабиналар һәм бюллетендәр өсөн урналар урынлашҡан.

"Беҙ тауыш биреүҙе ойоштороуҙа ғына булышлыҡ итәбеҙ: участка һайлау комиссиялары өсөн бина бирҙек, Өфөлә һәм Туймазыла ваҡытлыса тороу пункттарында йәшәгән мәжбүри күскенселәрҙе килтереү ойошторолдо", - тине Өфө ҡалаһы хакимиәте башлығы урынбаҫары Владимир Жебровский.

Участка һайлау комиссиялары ағзалары әйтеүенсә, уларҙың ватандаштары өсөн Рәсәйгә ҡаршы аҙым яһау мөмкинлеге - мөһим ваҡиға.

"Беҙҙең төбәктән килеп, әле Башҡортостанда йәшәгән һәр кем тауыш бирә алһын өсөн көн буйына эшләргә әҙербеҙ, кәйеф күтәренке. Һөҙөмтәләрҙе тулҡынланып көтәбеҙ", - тине Запорожье өлкәһенең участка һайлау комиссияһы рәйесе.

"Беҙҙең өлкәлә йәшәүселәр Рәсәйгә ҡушылырға теләй, шуға күрә референдум барыбыҙ өсөн бик мөһим", - ти Херсон өлкәһенең участка һайлау комиссияһы рәйесе Ольга Александровна.

Тауыш биреү өсөн бина әкренләп һайлаусылар менән тулылана. Бөгөн шишәмбе, эш көнө булыуға ҡарамаҫтан, яҡшы кәйеф һиҙелә. Кешеләр тотош ғаиләләре, балалары менән тауыш бирергә килә, ҡайһы берҙәренә эштән һорап китергә лә тура килгән. Күҙ алдында тарих барлыҡҡа килгәндә ситтә ҡалырға ярамай. Угледарҙан (ДНР) Людмила Башҡортостанға туғандары менән бергә 2022 йылдың июлендә килгән. Үҙенең өйгә ҡайтыуына ул бик шат булыуын йәшермәй. "Мин Пермь крайының Чайковский ҡалаһында тыуғанмын - Өфөнән яҡынса 300 саҡрым. 1989 йылда Украинаға киттек, һуңынан СССР тарҡалды. Башҡортостанда беҙҙе бик яҡшы ҡаршы алдылар, бында кешеләр һәйбәт, беҙгә бөтә нәмә оҡшай. Беҙҙең өсөн был референдум - йәнә ҙур Рәсәйҙең бер өлөшө булыу мөмкинлеге", - тине ҡатын.

"Мин Өфөгә апрелдә ғаиләм, ике балам менән килдем. Кире ҡайтырға теләмәйбеҙ, Башҡортостанда ҡалырға, тормошобоҙҙо яңынан төҙөргә ниәт. Мин Рәсәй паспорты алдым, әммә барыбер тауыш бирергә килдем, референдум беҙҙе яҡынайта ғына. Әсәйем Мариуполдә ҡалды, хәҙер беҙ бер илдә йәшәйәсәкбеҙ, уға ҡаршылыҡһыҙ бара аласаҡмын", - тип һөйләне Донецк Халыҡ Республикаһынан Евгений.

"Бөгөнгө референдум беҙҙең өсөн ысын байрам, Рәсәйҙең бер өлөшө булырға, тыуған Мариуполгә ҡайтырға һәм яңы, тыныс тормош менән йәшәргә өмөтләнәбеҙ", - тине Антонина Ивановна.

Референдум барышын йәмәғәтселәр күҙәтә. Бынан алда "Башинформ" Башҡортостанда ошо сараны ойоштороуҙы һәм уны үткәреү кимәлен юғары баһалаған сит ил күҙәтеүселәре булып китеүе хаҡында хәбәр иткәйне. Башҡортостанда тауыш биреү барышын күҙәткән Йәмәғәт палатаһы вәкилдәре лә референдумды ойоштороу кимәленең юғары булыуын билдәләне.

"Референдумдың тәүге көндәренән алып күҙәтәбеҙ. Һайлау процесында ҡатнашыусылар өсөн бөтә кәрәкле шарттар булдырылған. Алдан Иглин, Стәрлетамаҡ, Октябрьский ҡалаларында булдыҡ, бөгөн Өфөлә эшләйбеҙ. Һәр ерҙә лә кешеләрҙең әүҙемлеген күҙәтәбеҙ, улар изгелекле, ҡыйыу рәүештә үҙ ҡарашын белдерә. Күскенселәрҙең бер өлөшө тыуған яғына ҡайтырға йыйына, ҡайһы берәүҙәре республикабыҙҙа нығынырға ниәтләй. Уларға күпте күрергә тура килде, бөгөн участкаларға килгәс, улар үҙҙәренең киләсәген ышаныслы һайлай", - тине Башҡортостан Йәмәғәт палатаһы рәйесе урынбаҫары Лида Иҫәргәкова.

Бөгөн һайлау участкалары кискә ҡәҙәр эшләне. Тауыштарҙы иҫәпләгәндән һуң Рәсәйгә өмөт менән ҡараған миллионлаған кешенең тормошон үҙгәртәсәк йомғаҡлау һөҙөмтәһе билдәле буласаҡ.

Фото: "Башинформ".

Улар Рәсәй менән бергә булыу яҡлы
Улар Рәсәй менән бергә булыу яҡлы
Автор:Карима Усманова
Читайте нас: