

Әлшәй районының Шишмә ауылында йәшәгән Тимерйәр Сафин күңел ҡушыуы буйынса мини-музей асҡан. Был ғәжәп шәхес, уңған яҡташтары тураһында “Әлшәй хәбәрҙәре” хәбәрселәре һоҡланып яҙып сыҡҡан. Тимерйәр Мырҙа улының экспонаттары араһында осраҡлы әйбер юҡ, һәр береһенең үҙ тарихы.
Хужаның әйтеүе буйынса, барыһы ла һабандан башланған. Был ауыл хужалығы ҡоралын “коллекционерға” дуҫы биргән. Ата-әсәһенән ҡалған ҡомартҡылар ҙа музейҙа лайыҡлы урынын тапҡан. Бына әсәһе ашарға әҙерләгән кәрәсин “мейесе”, кер йыуыу таҡтаһы, еп иләү ҡорамалы... Картуф ҡаҙғанда килеп сыҡҡан балсыҡ һауыт та бында. ”Зингер” машинаһы, сиғандар бүләк иткән боронғо үтектәр, фонарҙәр, граждандар һуғышынан ҡалған гильза, боронғо пилорама һәм башҡа үҙенсәлекле экспонаттар. Совет дәүеренән иҫтәлеккә ҡалған әйберҙәр ҙә етерлек: пионер галстугы, фотоаппарат, “Бөтә илдәрҙең пролетарийҙары, берләшегеҙ!” тип яҙылған ҡыҙыл байраҡ һәм башҡа экспонаттар. Яңыраҡ уға бесән йыйыу өсөн тырма һәм һәнәк бүләк итеп һөйөндөргәндәр.
Тимерйәр Мырҙа улы хаҡлы ялда булһа ла, Раевка элеваторында эшләүен дауам итә. Быға тиклем “Яңы Раевка” совхозында электрик булып эшләгән, киномеханик та, клуб мөдире лә булған. Ҡатыны Гөлсара менән өс бала тәрбиәләп үҫтергәндәр. Гөлсара Һаҙый ҡыҙы ауылда фельдшер булып эшләй. Өлкән улдары Илдар Раевкала, ҡыҙҙары Гөлнара Санкт-Петербургта йәшәй, төпсөктәре Илгиз Алыҫ көнсығыш федераль университетында ҡытай телен өйрәнеп, тәржемәсе булып эшләй. Илгиз атаһының мауығыуын хуплай, хатта был хаҡта видео төшөргән.
Айгөл Мөхәмәтдинова фотоһы.