Йәмғиәт
28 Сентябрь 2022, 12:30

Фәрит бабай “өйлө” булды

Фатирынан ҡыуып сығарғастар, ул бер аҙна скверҙағы эскәмйәлә йоҡлап йөрөгән ине

Фәрит бабай “өйлө” булдыФәрит бабай “өйлө” булды
Фәрит бабай “өйлө” булды

Өфө ҡалаһынан фатирынан ҡыуып сығарылып, бер аҙна буйы скверҙағы эскәмйәлә йоҡлап йөрөргә мәжбүр булған 75 йәшлек Фәрит бабай тураһында яҙып сыҡҡайныҡ.

Иң тәүҙә уның хаҡында социаль селтәрҙә Альбина Мәүлиева исемле ханым: “Бабай йәл, бәлки, уны берәйһе таныр”, - тип хәбәр итә. Артабан оло кешенең яҙмышын хәл итешеүҙә Йәмәғәт палатаһынан Диана Фәррәхова, Республиканың халыҡты социаль хеҙмәтләндереү үҙәге белгестәре булышлыҡ күрһәтә. Берҙәм көс менән урамда ҡалған Фәрит бабай Туҡай урамындағы һуғыш ветерандарының  госпиталенә урынлаштырыла.  

Госпиталь табиптары оло йәштәге пациенттың сәләмәтлек торошон тикшереп, тейешле дауалау курсы үткәргән. Был ваҡытта социаль хеҙмәткәрҙәр кәрәкле документтарҙы туплау менән булышҡан.

Ошо көндәрҙә Фәрит бабай “өйлө” булған. Ул хәҙер Геронтология үҙәгендә йәшәй. Бында оло кеше хаҡында бар йәһәттән хәстәрлек күрелә.

Республиканың халыҡты социаль хеҙмәтләндереү үҙәге коллективы әлеге хәлгә битараф ҡалмай, ярҙам күрһәткән барлыҡ кешеләргә рәхмәт белдерҙе.

Фото: Республиканың халыҡты социаль хеҙмәтләндереү үҙәгенең матбуғат хеҙмәте.

Автор:Гөлдәр Яҡшығолова
Читайте нас