

Учалы ҡалаһының Бурансы биҫтәһендә урынлашҡан, гөл-сәскәгә күмелгән ыҡсым ғына кирбес йорт, бында уңғандар йәшәгәнлеген белдереп, әллә ҡайҙан балҡып ултыра. Өйҙөң ҡапҡаһына “Өлгөлө йорт” тигән яҙыу ҙа беркетелгән. Фирүзә менән Ғәлинур Хәмзиндәрҙең күңел йылыһын һалып, үҙ ҡулдары менән ҡорған ояһы ул.
Ғаилә башлығы Рудник ҡасабаһында биш балалы ғаиләлә тыуып үҫә. Атаһы ғүмере буйы төҙөүсе булып эшләй, ғаиләһе өсөн дә йорт һала. Баш бала булараҡ, Ғәлинур атаһының ярҙамсыһына әйләнә, кескәй сағынан үҙ ҡулдары менән нимәлер эшләргә ярата.
– Атайым алтын ҡуллы булды. Нимәгә тотонһа ла хәленән килер ине. Ҡалала күпме йортто төҙөүҙә ҡатнашты икән ул, иҫәбе-һаны юҡтыр. Мин дә уның эшләгәнен күреп, күҙәтеп, кәңәштәрен ишетеп буй еткерҙем, һәр ваҡыт уға булышырға ярата инем, шуға күрәлер инде бала сағымдан фәҡәт төҙөүсе булам, тип хыялландым, – тип хәтирәләргә бирелде әңгәмәсем.
Мәктәпте тамамлағас, хыялын тормошҡа ашырыу маҡсатында егет Учалылағы 45-се һөнәрселек училищеһына уҡырға инә. Уҡыу йортон уңышлы тамамлап, ҡаланың 2-се төҙөлөш идаралығында ташсы булып хеҙмәт юлын башлай. Ике йылдан әрме хеҙмәтенә алына. Ырымбур өлкәһендә радиомеханик булып һалдат бурысын үтәп ҡайтҡас, эшен дауам итә һәм ғүмере буйы һайлаған һөнәренә тоғро ҡала.
– Атайымдың юлын дауам итеүемә бик шатмын, тап ошо һөнәрҙе һайлағаныма бер ҡасан да үкенмәнем. Ауыр булһа ла, абруйлы һәм бик кәрәкле һөнәр ул! Буш ерҙә өр-яңы күркәм йорттоң ҡалҡып сығыуы һәм был эштә ниндәйҙер өлөшөң булыуы күңелдә йылы тойғолар уята. Әле лә ҡалаға сыҡһам, бригадабыҙ менән төҙөгән йорттарға ҡарап һоҡланам, эш барышы иҫкә төшә, хәтирәләргә биреләм, – ти хеҙмәт ветераны.
1976 йылда Ғәлинур Әхмәт улы Силәбе политехник институтына уҡырға инә, әммә уны тамамламай.
– Совет заманында ябай ташсы эш хаҡын инженерға ҡарағанда күберәк ала ине. Әлбиттә, был ғәҙел булмағандыр, уҡыған кешегә барыбер өҫтөнлөк бирелергә тейеш бит инде. Икенсе яҡтан ҡараһаң, эшсенең хеҙмәте юғары баһаланған. Хәҙерге кеүек етәксе менән ябай хеҙмәткәрҙең эш хаҡы араһында ҙур айырма булмаған. Уҡыуымды дауам итмәгәнгә үкенеп тә ҡуям, – тип әйтеп ҡуйҙы әңгәмәсем.
1980 йылда Ғәлинур Хәмзин Межгорье ҡалаһына эшкә күсә. Тап шунда осрата ла инде ул ғүмерлек яҙмышын. Татлы ауылы һылыуы Фирүзә, Белоретта 36-сы һөнәрселек училищеһын тамамлап, Силәбелә тәжрибә туплап, төҙөлөштә эшләп йөрөгән була.
– Беҙ ҙә ғаиләлә биш бала буй еткерҙек. Мәктәптә яҡшы уҡыным, юрист булырға хыяллана инем. 8-се класты тамамлаған йылда ғаиләбеҙ Инйәргә күсенде, шул мәшәҡәттәр арҡаһында документтарымды техникумға тапшырып өлгөрмәнем. Игеҙәгем Фәнисә менән Белоретҡа училищеға индек, – тип һүҙгә ҡушылды йорт хужабикәһе.
Бер йыл дуҫлашып йөрөгәндән һуң, йәштәр, гөрләтеп туй үткәреп, ғаилә ҡора. Хәмзиндәр бер бригадала хеҙмәт итә, йортта ла ир эше, ҡатын-ҡыҙ хәстәре тип айырып тормай, бөтә эште бергәләп атҡаралар. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, балалары булмай. Ныҡлап уйланғандан һуң ир менән ҡатын балалар йортонан бер сабыйҙы алып тәрбиәләргә ҡарар итә.
– Юҡсыллыҡ осоро ине, эш хаҡын да ваҡытында түләмәнеләр. Күптәр ниәтебеҙҙе хупламаны, “аҡыл өйрәтеүселәр” ҙә табылды, әммә икебеҙ ҙә был аҙымдың ниндәй яуаплы бурыс икәнлеген яҡшы аңлай инек. Балалар йортонда етем ҡалған бер туған ҡыҙҙар барлығын ишеткәс, уларҙы айырмаҫҡа ҡарар иттек, – ти Фирүзә Зиннур ҡыҙы.
Ошо ике ҡыҙ бала менән бергә Хәмзиндәрҙең йортона йәм, шатлыҡ, бәхет өҫтәлә. Балаларын тәрбиәләүгә, төрлө яҡлап үҫтереүгә, уҡытыуға күңел йылыһын, бар көсөн һала оло йөрәкле ир менән ҡатын. Ҡыҙҙары хәҙер ғаилә ҡороп, үҙҙәре әсәй булған. Бөгөн Хәмзиндәр ейән-ейәнсәрҙәрен һөйөп ҡыуана.
– Әлбиттә, тормош бит, барыһы ла тигеҙ генә бармай, проблемалар, аңлашылмаусылыҡтар ҙа килеп сыға. Шуға ҡарамаҫтан, һәр мәсьәләне ғаиләбеҙ менән уртаға һалып, бергәләп хәл итергә тырышабыҙ, – ти әсә кеше.
Эш урындарында ла гел маҡтаулы була Хәмзиндәр, йәмәғәт тормошо уртаһында ҡайнайҙар. Бар ғүмерҙәрен төҙөлөшкә арнаған Фирүзә Зиннур ҡыҙы менән Ғәлинур Әхмәт улының фиҙакәр хеҙмәте бик күп маҡтау ҡағыҙҙары, почет грамоталары менән билдәләнә, икеһе лә – хеҙмәт ветераны.
Хаҡлы ялға сыҡҡас, Хәмзиндәр Учалыға күсеп килә, үҙ ҡулдары менән күркәм йорт һалып сыға. Өйҙәренең эсендә лә, тышында ла йәм һәм тәртип күҙәтелә, ихаталары гөлгә күмелеп, баҡсалары ап-аҡ сәскәгә сумып, көҙ баллы алмалары, сейәләре, грушалары менән күҙҙе ҡыҙҙырып, барыһын да һоҡландыра. Емеш ағастарынан, йәшелсәнән йыл һайын мул уңыш алалар. Егәрле хужалар джем-вареньеларҙы ла күпләп ҡайната, һутын да һығып ала. Уларҙы яҡындары, дуҫтары менән дә ихлас уртаҡлашалар.
Баҡса эшенә бигерәк тә Ғәлинур Әхмәт улы әүәҫ. Алма, груша ағастарын үҫтереү, мул уңыш алыу серҙәрен уртаҡлашыуын һорап, тәжрибәле баҡсасыға мөрәжәғәт иттем.
– Ағастарыбыҙ йәйге, көҙгө, ҡышҡы сорт емештәре менән ҡыуандыра. Бер ағас бер нисә сорт емеш бирә ала. Күптәр быға ғәжәпләнер, ә уның сере ябай ғына, тәжрибәле баҡсасылар белә инде: уңыш ағастарға прививка яһауҙан тора. Бына мин, мәҫәлән, грушаның көҙгө сортына йәйгене прививкаланым. Был сорттарҙың барыһы ла беҙҙең ҡырыҫыраҡ климатҡа яҡшы яраҡлаша, үҙҙәре тәмле, – тине Ғәлинур Әхмәт улы.
Тәжрибәле баҡсасы һөйләүенсә, прививка яһау әллә ни ҡатмарлы эш түгел. Бының өсөн ни бары үткер бысаҡ менән теләк кенә кәрәк.
– Башта ялғана торған ботаҡты дөрөҫ һайлау мөһим. Ул йәш булырға тейеш. Уны үткер бысаҡ менән шына кеүек итеп ослайһың. Шунан прививка эшләнәсәк ағастың ботағын киҫеп, шул урынға киҫем яһап, ялғана торған ботаҡты шына кеүек итеп керетеп, ныҡ итеп бәйләп ҡуяһың, – тип мул уңыш алыу серҙәренә төшөндөрҙө тәжрибәле баҡсасы.
Ялғанған ботаҡтарҙы Ғәлинур Әхмәт улы изолента менән бәйләй, әммә бер йылдан һуң уларҙы ысҡындырып алырға тәҡдим итә, сөнки ботаҡ үҫә барған һайын, уны “һыға” башлай.
– Тәжрибәмдән сығып, шуны әйтә алам: ағас олононоң урта тирәһе – ботаҡтарҙы ялғау өсөн иң ҡулай урын. Ә прививкалауҙы иртә яҙ, ҡар иреп бөтмәҫ элек, ағастарҙа һут хәрәкәте башланыр алдынан башҡарығыҙ. Ағастарҙы ҡырҡып торорға кәрәк, юғиһә уларҙың уңышы кәмей, алмалары ваҡлана, был ғәмәлде лә тап ошо осорҙа эшләгеҙ, – тип кәңәш бирә баҡсасы.
Емеш ағастары айырым иғтибар, хәстәрлек талап итә. Уларҙы эшкәртергә, ҡырҡырға, һыу һибеп торорға кәрәк. Хәмзиндәрҙең дә баҡса эштәре йыл әйләнәһенә дауам итә, тиһәң дә була. Иртә яҙҙан емеш ағастарын зарарлы бөжәктәрҙән, ауырыуҙарҙан һаҡлар өсөн төрлө препарат менән эшкәртәләр.
Үҫентеләрҙе “Рәсәй баҡсалары” каталогынан яҙҙыртып алалар. Былтыр алған “Васена” исемле ҡурай еләктәре тәүге емештәрен бирә башлаған.
Иғтибарымды баҡса осонда урынлашҡан үҙенсәлекле теплица йәлеп итте.
– Элек “Фән һәм тормош” журналын алдырып уҡый торғайным. Шунда теплицаны Хеопс пирамидаһы кеүек итеп ҡорһаң, йәшелсә мул уңыш бирә икән, тип уҡығайным. Йәнәһе лә, донъя тарафтарының йүнәлешен иҫәпкә алып урынлаштырһаң, ерҙең магнит ҡырҙары тигеҙләнә һәм мул уңышҡа сәбәпсе була. Бәлки, дөрөҫтөр ҙә, был теплицала, ысынлап та, бөтә йәшелсә лә ишелеп уңа, – тип аңлатты, һораулы ҡарашымды тойоп, йорт хужаһы.
Хәйер, пирамиданы хәтерләткән теплицала ла, баҡсаның башҡа түтәлдәрендә лә емеш-еләк емерелеп уңа егәрле хужаларҙың. Ә уйлап ҡараһаң, был күпме көс, ваҡыт талап итә.
– Хәрәкәттә – бәрәкәт, тип юҡҡа әйтмәгәндәр бит. Ҡалала йәшәгән пенсионерҙарҙы күрәбеҙ ҙә, әлдә шәхси йортобоҙ, баҡсабыҙ бар, тип шатланабыҙ, сөнки хәрәкәт итеү, яратҡан шөғөлөң булыу – үҙе ҙур бәхет бит, – ти Ғәлинур Хәмзин.
Әйткәндәй, мәҡәлә геройҙарымдың икеһе лә сәләмәт тормошто үҙ иткән, көн һайын скандинав таяҡтарын ҡулланып йөрөйҙәр, ғаилә башлығы һыуыҡ һыу менән ҡойоноуҙы ла ғәҙәткә әйләндергән.
Бына шулай һәр көндән йәм табып, эштәренең һөҙөмтәһен күреп йәшәй Хәмзиндәр. Һәр нәмәне бергә, килешеп башҡарғас, күңелдәре лә бөтөн, тормоштары ла алға бара уларҙың.
Римма СОЛТАНОВА