

Бөйөк Ватан һуғышы ветераны Григорий Соловьевҡа 28 сентябрҙә 101 йәш тулды. Уны был матур ғүмер байрамы менән Өфө ҡалаһы хакимиәте башлығы Ратмир Мәүлиев ҡотланы.
Григорий Иванович әрме сафына 1940 йылда саҡырылған һәм Черновцы ҡалаһында БТ-26 танк часында уҡсы-радист булып хеҙмәт иткән. 1941 йылдан фронтта 93-сө уҡсылар дивизияһы составында һуғышҡан. Мәскәү, Сталинград эргәһендә, Карпатта, Румынияла, Венгрияла, Чехословакияла барған яуҙарҙа ҡатнашҡан. Ике тапҡыр яраланған, әммә Тыуған илен Бөйөк Еңеү көнөнә тиклем һаҡлауын дауам иткән. Григорий Соловьев 1 дәрәжә Ватан һуғышы һәм II дәрәжә Ҡыҙыл Байраҡ ордендары менән наградланған.
Бөйөк Ватан һуғышынан һуң Стәрлетамаҡ мәҙәни-мәғрифәт училищеһын тамамлаған. Баш ҡалабыҙҙағы “Тимер юлсылар клубы”на, “Спутник”ка, “Юбилей” мәҙәниәт һарайына етәкселек иткән. Өфө дәүләт циркынан хаҡлы ялға киткән, унда директор урынбаҫары булып эшләгән.
“Григорий Иванович әле лә цирк яҙмышы өсөн борсола. Ул ҡалалағы барлыҡ хәлдәр тураһында хәбәрҙар, гәзит уҡый, смартфонды өйрәнгән, “Салауат Юлаев” хоккей клубы өсөн “көйә”. Ябай булмаған ваҡытта өлкән быуын вәкилдәренең аҡыллы кәңәштәрен тыңларға һәм ишетергә кәрәк. Барыбыҙ ҙа уға ныҡлы сәләмәтлек, оҙон ғүмер теләйек. Ғорурланабыҙ, һоҡланабыҙ. Еңеү өсөн рәхмәт!” - тип яҙған Өфө ҡалаһы хакимиәте башлығы социаль селтәрҙәге сәхифәһендә.
Фотолар: Ратмир Мәүлиевтең социаль селтәрҙәге сәхифәһе.