Йәмғиәт
28 Сентябрь 2022, 08:45

Яңы етәксе тәғәйенләнде

Ҡыуатов исемендәге Республика клиник дауаханаһы — республиканың иң ҙур медицина учреждениеһы

Яңы етәксе тәғәйенләндеЯңы етәксе тәғәйенләнде
Яңы етәксе тәғәйенләнде

Аҙна башында Ҡыуатов исемендәге Республика клиник дауаханаһы коллективын яңы етәксе менән таныштырҙылар. Был яуаплы вазифаға Нефтекама үҙәк район дауаханаһының элекке баш табибы Морат Авзалов тәғәйенләнде.   

Ҡыуатов исемендәге Республика клиник дауаханаһының элекке баш табибы Шамил Булатов үҙ теләге менән вазифаһынан киткән. Ошо хаҡта ведомствоның матбуғат хеҙмәте: “Шамил Булатов үҙ теләге менән эштән китеү тураһында ғариза яҙған», — тип хәбәр итте «Башинформ» агентлығына.

Белеүебеҙсә, Шамил Булатов 2020 йылдың майында Республика клиник дауаханаһының баш табибы итеп тәғәйенләнгәйне. Быға тиклем ул БДМУ клиникаһын (Өфөнөң элекке 6-сы ҡала клиник дауаханаһы) етәкләне.

Ҡыуатов исемендәге Республика клиник дауаханаһының яңы етәксеһе Морат Авзаловҡа иһә 40 йәш. Ул хеҙмәт юлын 1998 йылда Ҡалтасы район дауаханаһында табип-хирург булып башлаған. 2001 йылда  Нефтекама дауаханаһына күсә һәм уны 2007 йылда баш табип урынбаҫары итеп тәғәйенләйҙәр. 2019 йылда Яңауыл дауаханаһына – етәксе, ә 2020 йылда Нефтекама үҙәк район дауаханаһының баш табибы итеп ҡуйыла. Уны хеҙмәттәштәре тик яҡшы яҡтан телгә ала.

Ҡыуатов исемендәге Республика клиник дауаханаһы — республиканың 600-ҙән ашыу урынға иҫәпләнгән иң ҙур медицина учреждениеһы. Бында Башҡортостандың бөтә райондарынан килгән пациенттарҙы хеҙмәтләндерәләр.

Фото: mubashkortostan.ru.

Автор:Рәмилә Мусина
Читайте нас