Йәмғиәт
29 Сентября 2022, 05:45

Ауыл осонан кире борола

Бар ғүмерен ауыл хужалығына  хеҙмәт итеүгә арнаған механизаторҙы тыуған ере ситкә ебәрмәй

Ауыл осонан кире боролаАуыл осонан кире борола
Ауыл осонан кире борола

 

Ғафури районының “Уңыш” крәҫтиән хужалығы яуаплылығы сикләнгән йәмғиәте үҙенең тәжрибәле механизаторҙары менән дан тота. Бөгөн районға  эш сәфәребеҙ барышында ялан батырҙарының бер нисәһе менән осраштыҡ.

Рәмзил Сәғитов – Ҡыҙыл Яр ауылынан. Армиянан ҡайтҡандан алып ауыл хужалығында эшләй. “Ситкә сығып китергә уйлағайным да, ауыл осонан кире боролдом. Тыуған ерҙең көсө нығыраҡ булып сыҡты”, -  ти  37 йыл ошо тармаҡта тир түккән замандашыбыҙ. Тап ошо һөнәрҙе һайлауы атаһының комбайнсы булып эшләүе менән бәйле. Дүртенсе кластан атаһы эргәһендә комбайнсы ярҙамсыһы булып йөрөп, был эштең бар нескәлектәрен белеп үҫә. Быйылғы уңыш менән айырыуса ҡәнәғәт. Алдынғы комбайнсы көнөнә уртаса 16-17 бункер иген һуғылыуы тураһында белдерҙе.

Ошо хужалыҡтың тағы ла бер тәжрибәле механизаторы менән күрештек. Ул Бурлы ауылынан Рәшит Яҡупов. Механизатор булып эшләүенә 45 йыл, әле хаҡлы ялда булһа ла, һаман да сафта.

  • Техникала барыһын да тиҙ генә белеп бөтөп булмай. Йәш саҡта үҙемде ололар өйрәтә торғайны, хәҙер мин йәштәргә кәңәштәремде бирәм, - ти хеҙмәт алдынғыһы.

Ниндәйҙер маҡтау көтмәй, сабыр ғына көндө-төнгә ялғап эшләгән, ил бураларын иген менән тултырған, халыҡты икмәкле иткән ялан батырҙарына рәхмәтебеҙ сикһеҙ.

Автор фотоһы.  

  

Ауыл осонан кире борола
Ауыл осонан кире борола
Ауыл осонан кире борола
Автор:Резеда Шәнгәрәева
Читайте нас