

Артиллерия дивизионы командиры капитан Владимир Шейн, дошман туҡтауһыҙ миномёт утына тотоуға ҡарамаҫтан, хәрби бурыстарын уңышлы үтәй.
Владимир Шейн хеҙмәт иткән дивизион националистарҙың һөжүмгә сығыу һәм резервтарын урынлаштырыу мөмкинлеген өҙә. Артиллерия һөжүме менән ҡаршы яҡтың реактив залп системаһының ике берәмек машинаһы, тиҫтәгә яҡын дошман миномёттары һәм 20-нән ашыу боевик юҡ ителә.
Артиллерия уты аҫтына эләккәс, Владимир Шейн хәлде дөрөҫ баһалай һәм дивизионға яңы позицияларға күсенергә бойора, был иһә хәрби хеҙмәткәрҙәрҙең ғүмерен һаҡлап ҡалырға мөмкинлек бирә, шулай уҡ ҡоралланыу һәм хәрби техниканы төҙөк хәлдә ҡалдыра.
Кем һуң ул, капитан Шейн, тиһегеҙме? Иҫке Балтас ауылында Зөһрә Зыя ҡыҙы менән Александр Сергеевич Шейндарҙың дүрт балалы ғаиләһендә (бер ҡыҙ, өс малай) үҫкән төпсөк малай ул. Беҙ Владимир Александровичтың ағаһы Сергей Александрович менән бәйләнешкә сыҡтыҡ.
– Өлкән апайыбыҙ бар. Өс малай үҫтек. Атайыбыҙ, ҡыҙғанысҡа ҡаршы, вафат инде, әсәйебеҙ хаҡлы ялда. Владимир иң кесе ҡустыбыҙ. Уға 36 йәш. Иҫке Балтас 1-се урта мәктәбен тамамлағандан һуң Екатеринбург ҡалаһына хәрби училищеға уҡырға инде. Биш йыл уҡығандан һуң Чита ҡалаһындағы частәрҙең береһендә хәрби хеҙмәтен башланы. Украина ерендә башланған махсус хәрби операцияның беренсе көнөнән башлап унда ҡустыбыҙ. Уның ҡыйыулығы, хәрби антына тоғролоғо беҙҙең ғаилә өсөн оло ғорурлыҡ, – ти ул.
Сергей Александрович әйтеүенсә, Владимир Александровичтың ғаиләһе Чита ҡалаһында. Ғаиләһендә ике ҡыҙ, бер малай үҫә. Әле күптән түгел ғаиләһенә ҡайтып, 38 көн отпускыла булып киткән.
Ҡыйыу йөрәкле капитан Владимир Шейндың батырлығы тураһында Беренсе каналдың “Истории наградных листов” рубрикаһында һөйләнеләр.
Һынатмай беҙҙең Балтас егеттәре! Хәрби бурыстарын намыҫ менән үтәп, үҙ ерҙәренең ысын илһөйәрҙәре булыуҙарын ҡыйыу аҙымдары, хәрби бурыстарын уңышлы үтәүҙәре менән иҫбатлайҙар. Ғорурланабыҙ һеҙҙең менән! Һоҡланабыҙ! Иҫән-һау әйләнеп ҡайтығыҙ!
Аида ХӘЙЕРТДИНОВА.
Фото социаль селтәрҙәрҙән.