Йәмғиәт
29 Сентябрь 2022, 07:00

Әбйәлилдәр дәррәү ҡушылды

Районының мәғариф бүлеге хеҙмәткәрҙәре өс ҡумта ойоҡбаштар килтергән. Артабан был акцияға уларҙың барлыҡ хеҙмәттәштәре лә ҡушылырға ниәтләй. Мәғлүм булыуынса...

Әбйәлилдәр дәррәү ҡушылдыӘбйәлилдәр дәррәү ҡушылды
Әбйәлилдәр дәррәү ҡушылды

Мәғлүм булыуынса, Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы Башҡортостан хәрби хәрәкәттәр ветерандарының төбәк йәмәғәт ойошмаһы менән берлектә «Йөрәк йылыһы» тигән акция иғлан иткәйне.

 – Сараға бөтәһе лә ҡушыла ала. Һыуыҡ көндәр башланды, шуға йылы кейемдәр мобилизация буйынса юлланған яугирҙәребеҙгә бик ныҡ кәрәк буласаҡ. Улар тыуған ерҙең ялҡынлы сәләме булып барып етәсәк, — ти акцияны башлаусы, Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы Башҡарма комитеты ағзаһы, Миңлеғәле Шайморатов исемендәге ирекмәндәр отряды етәксеһе, Башҡортостан хәрби хәрәкәттәр ветерандарының төбәк йәмәғәт ойошмаһы рәйесе Тимерйән Рәжәпов.

Акцияға Әбйәлил районының мәғариф бүлеге хеҙмәткәрҙәре лә ҡушылды. Улар белдереүенсә, был ярҙамдың беренсе партияһы ғына. Уңған ҡатындар өс ҡумта ойоҡбаштар килтергән. Артабан был акцияға  Әбйәлил районынан уларҙың барлыҡ хеҙмәттәштәре лә ҡушылырға ниәтләй.

 – Беҙ ир-егеттәребеҙгә ойоҡбаштар, йылы кейемдәр ни тиклем кәрәклеген беләбеҙ. Шуға күрә ҡулыбыҙҙан килгәнсә ярҙам итергә тырышабыҙ. Хәҙер беҙ бөтәбеҙ ҙә берҙәмлегебеҙҙе күрһәтергә тейешбеҙ, –  тип уртаҡлашты улар фекере менән.

Акцияла ҡатнашырға теләгән һәр кем кәрәк-яраҡтарҙы Өфө ҡалаһы, Революция урамы, 43 адресы буйынса урынлашҡан Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайының офисына килтерә ала.

Фото: Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы.

 

Автор:Гүзәлиә Балтабаева
Читайте нас