Йәмғиәт
29 Сентябрь 2022, 16:00

“Үҙебеҙҙекеләр өсөн тегәбеҙ”

Учалы тегенселәре ошолай тип аталған акция башлаған. Әйтеүҙәренсә...

“Үҙебеҙҙекеләр өсөн тегәбеҙ”“Үҙебеҙҙекеләр өсөн тегәбеҙ”
“Үҙебеҙҙекеләр өсөн тегәбеҙ”

Учалы районы тегенселәре берләшеп, махсус хәрби хеҙмәткә алынған ир-егеттәргә йылы кейемдәр тегеп ебәрмәксе.

"Таныштарым, шәхси ательелары булған Гөлназ Ғилманова менән Гөлнирә Ғайсарова, илдәге һуңғы ваҡиғаларҙы күҙ уңында тотоп, социаль селтәрҙәрҙә үҙ тәҡдимдәрен яҙҙы һәм “Үҙебеҙҙекеләр өсөн тегәбеҙ” тигән акция башланы. Халыҡ дәррәү күтәреп алды. Беренсе көндә үк байтаҡ аҡса күскән, шәхси эшҡыуарҙар иһә туҡыма алып килә лә башлаған. Йыйылған суммаға тегенселәр йылы эс кейеме тегеү өсөн туҡыма һатып ала, ә килтерелгәндәренән таҫтамалдар, йәймәләр тегәләр.
Мин, әллә ни оҫта булмаһам да, тегеү машинаһында эшләй беләм. Шуға, ярҙам булһын тип, 78 таҫтамал тегергә алып ҡайттым. Ошондай ярҙам күрһәтергә теләгән ҡатын-ҡыҙҙар күп. Һәр береһе ҡулдан килгәнсә булышлыҡ итергә әҙер. Эште яңы башлап ебәрҙек, халыҡтың ихлас ҡушылыуы ҡыуандыра", - тип яҙған ирекмән Дания Нәжметдинова.

Һәр береһе үҙенә тәғәйен эште тамамлағас, йәнә йыйылып, тегелгән әйберҙәрҙе туплап, махсус хәрби операцияла ҡатнашҡан яҡташтарына ебәрәсәк.

Фото Дания Нәжметдинованың шәхси архивынан алынды.

Автор:Лилия Нуретдинова
Читайте нас