

Мобилизацияланған ир-азаматтарыбыҙ көн һайын алыҫ юлға юллана: республиканың ҡала-ауылдарынан килгән хәбәрҙәр аша яңылыҡтарҙы һәммәбеҙ белеп-күреп тора.
Яу яланына юлланғандар араһында төрлө милләт вәкилдәре, һөнәр эйәләре бар – һәммәһе лә ил алдындағы бурысын үтәргә әҙер.
Бөгөн дә Өфө ҡалаһынан бер төркөм мобилизацияланған ир-азаматтар юлға сыҡты. Улар араһында З. Вәлиди исемендәге Милли китапхана директоры, тарих фәндәре кандидаты, Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайының Башҡарма комитеты ағзаһы, “Башҡортостан Республикаһы тыуған яҡты өйрәнеүселәр йәмғиәте” йәмәғәт ойошмаһы советы рәйесе Марат Миңлеғәли улы Зөлҡәрнәйев та бар.
Китапхана етәксеһе вазифаһын ул бер йыл элек башҡара башлағайны, быға тиклем республиканың Милли музейы директоры булып эшләгән.
– Илгә, халҡыбыҙға шундай оло һынау килгәндә, мин ситтә тороп ҡалмайым һәм яҡташтарым менән бергә Ватанды һаҡларға юлланам, - ти Марат Миңлеғәли улы.
Иң мөһиме, уға һәм барлыҡ ир-егеттәребеҙгә имен-һау тыуған яғына әйләнеп ҡайтыуҙарын теләйбеҙ!
Фото: Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы.