Йәмғиәт
29 Сентябрь 2022, 16:30

"Танктарға ҡаршы йүгергән балалар бигерәк тә йөрәкте өҙә... "

Билдәле ғалим һәм йәмәғәт эшмәкәре, күп балалы атай Илгиз Солтанморатов быйыл йәй башында үҙ теләге менән Донбассҡа юлланған. Ул урындағы хәлдәр хаҡында һөйләне.

"Танктарға ҡаршы йүгергән балалар бигерәк тә йөрәкте өҙә... ""Танктарға ҡаршы йүгергән балалар бигерәк тә йөрәкте өҙә... "
"Танктарға ҡаршы йүгергән балалар бигерәк тә йөрәкте өҙә... "

Илгиз Солтанморатов – республикала билдәле ғалим һәм йәмәғәт эшмәкәре, күп балалы атай. Төрлө йылдарҙа республиканың Гуманитар тикшеренеүҙәр институты, Халыҡтар дуҫлығы йорто директоры, Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы рәйесе булып эшләне. Быйыл йәй башында, йөрәк ҡушыуы буйынса, үҙ теләге менән махсус хәрби операция барған Донбассҡа юлланған.

Ошо көндәрҙә дүрт төбәк – Луганск, Донецк халыҡ республикалары, Херсон, Запорожье өлкәләре халҡы референдум үткәреп, үҙ теләге менән Рәсәйгә ҡушылыу хаҡындағы теләген белдерҙе. Форсаттан файҙаланып, беҙ Илгиз Замфир улына мөрәжәғәт иттек. Ул түбәндәгеләрҙе белдерҙе.

– Беҙҙе Донбасста ни тиклем ныҡ көтөүҙәрен аңлау, белеү өсөн дәһшәтле хәрби техникала ундағы ҡалалар, ауылдар буйлап үтергә кәрәк. Юл буйлап барған Рәсәй танктарына, бронетехникаға ҡаршы балалар, ҡатын-ҡыҙҙар йүгереп килә һәм шат йылмайып сәләмләй, ҡулдарын болғай. Һыу эсергә туҡтаһаң, емеш-еләк тулы пакеттар, компот банкалары һуҙалар. Хатта уңайһыҙ булып китә. Танктарға ҡаршы йүгергән балалар бигерәк тә йөрәкте өҙә. Унда беҙҙе ысынлап ныҡ көткәндәр, ғазапланғандар, һәм ошо “сир” беҙгә лә килеүен теләмәһәк, дошмандарҙың юлын сиктәребеҙҙә үк ҡыйыр кәрәк.

Референдумдың һөҙөмтәләре шәхси күҙәтеүҙәрем менән тулыһынса тап килә. Өс ай дауамында төрлө кешеләр менән осрашырға тура килде. Мин Луганск һәм Донецк республикалары биләмәләрендә булдым. Әлбиттә, урындағы кешеләр менән дә аралаштым. Бөтәһе лә, айырыуса ҡатындар, "имен-һау ҡайтығыҙ, Хоҙай үҙегеҙҙе һаҡлаһын" тип ҡала ине. Ирҙәр, әлбиттә, аҙ һүҙлерәк, уларҙың уйҙарына төшөнөү бер ни тиклем ҡатмарлы. Киләсәктә тиҙ генә еңел булмаҫын аңлап, эш, төҙөлөш менән мәшғүл улар, йәшәйеште хәстәрләйҙәр. Ҡатын-ҡыҙҙар иһә йомшағыраҡ, күберәк хис-тойғоға биреләләр, бигерәк тә оло апайҙар. Илап та ебәрәләр, беҙҙең хәрбиҙәрҙе күргәс.

Был референдум ундағы халыҡтың кәйефен күрһәтте һәм беҙҙе уртаҡ киләсәк көткәненә тағы берҙе инандырҙы", - тине Илгиз Замфир улы.

Фото һәм видеояҙма геройҙың шәхси сәхифәһенән.

Автор:Гүзәлиә Балтабаева
Читайте нас